102-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕ ЯБЫҠ – ЙӘЙГЕ МИҘГЕЛ АСЫҠ

Бөгөн, 27 майҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған “Һинһеҙ килгән яҙҙар” спектакленең премьераһы менән 102-се ижад миҙгелен япты Һәм йола буйынса йәйге миҙгелде асып ебәрҙе. Ә 12:00 сәғәттә, театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә, балалар өсөн “Осҡон осто, янғын сыҡты” янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау ҡағиҙәләре тураһында әкитәттең преьераһы үтте. Шулай уҡ […]
Премьераға автор үҙе килә!

26 һәм 27 май Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында – премьера! Театрҙың 102-се ижад миҙгеле популяр автор Зифа Ҡадырованың “ҺИНҺЕҘ КИЛГӘН ЯҘҘАР” исемле мелодрамаһы менән тамамлана. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Айрат Абушахманов, рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов. Ҡыуаныслы хәбәр! Премьераның тәүге көнөндә автор үҙе лә киләсәк. Халыҡтан сыҡҡан иң […]
Тиҙҙән – премьера!

26 и 27 май Зифа Ҡадырованың әҫәре буйынса “Һинһеҙ килгән яҙҙар” спектакленең премьераһы үтә! Ҡуйыусы режиссеры– Айрат Абушахманов Ҡуйыусы рәссамы – Альберт Нестеров Композитор – Рәмис Хәкимов “Һиңә хыянат итеүҙәре – ҡулдарыңды һындырыуға тиң. Кешене ғәфү итергә була, тик башҡаса уны ҡосаҡлап булмай” Л.Н.Толстой Был роман мөхәббәт тураһында, ҡатын һәм ир араһындағы мөнәсәбәт тураһында. Ике […]
Мәҙәни яңылыҡтарға хәбәрҙар булығыҙ

Ҡәҙерле дуҫтар! Республикалағы мәзәни яңылыҡтарҙы беренсе булып белергә теләһәгеҙ, ҡайҙа нимә ҡарарға, ниндәй премьера, ниндәй күргәҙмәгә барырға, тип баш ватһағыҙ, яратҡан артистар тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмәләр уҡығығыҙ, спекаклдәргә саҡырыу ҡағыҙҙары отҡоғоҙ килһә, беҙҙең театрҙың һәм БР Мәҙәниәт министрлығының социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренә яҙылығыҙ. Бәйләнештә: https://vk.com/bashdram, https://vk.com/minkultury_rb Класташтар: https://ok.ru/bashdram.tv.1919, https://ok.ru/group/54630823035056 Телеграм: https://t.me/bashdramteatr https://t.me/minkultury_rb YouTube https://www.youtube.com/channel/UCFkrsXEgEzKkDth_rRqX..
“Мөхәббәт ҡоштары” гастролгә юллана

18 май – Балтас районы Мәҙәниәт йортонда 19 май – Борай районы Мәҙәниәт йортонда Театрыбыҙҙың иң моңло, иң күңелле, йырлы-бейеүле музыкаль комедияһы – Илшат Йомағолов пьесаһы буйынса режиссер Фирғәт Ғарипов ҡуйған “Мөхәббәт ҡоштары” спектакле – гастролгә юллана. Ауылға күсеп килгән участковый Апуш һәм уның ҡатыны Сәриәне ауыл халҡы ҡабул итеп бөтмәй: ирҙәр уйынса, участковый уларға […]
БӨЙӨК ЕҢЕҮ КӨНӨ МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

9 МАЙ – беҙҙең илебеҙ һәм халҡыбыҙ өсөн бик ҙур юғалтыуҙар аша яуланған мөһим көн, шуға ла Еңеү байрамы – бөтә халыҡ орурлығы, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм әсе юғалтыуҙар көнө лә булып тора. Илебеҙ күге аяҙ, донъяларыбыҙ имен булһын, шул ваҡытта ғына ижад итергә, эшләргә, яратырға һәм бәхетле йәшәргә була! Һәр бер йортта муллыҡ, бәхет […]
Еңеү көнөнә бағышланған спектаклдәрҙән онлайн-марафон

8 май киске сәғәт һигеҙҙә КультураРФ.Live порталында беҙҙең театрҙың төрлө йылдарҙағы һуғыш тураһында, Еңеү байрамына бағышланған матур спектаклдәренән онлайн-марафон үтәсәк. Тәүге спектакль – Мөҙәрис Бағаевтың “Ике төш” драмаһы. Алдан иҫкәртеп ҡуябыҙ, был осорҙа Интернет селтәре эшмәкәрлегендә боҙолоштар булыуы ихтимал. Әгәр техник сәбәптәр арҡһында спектакль туҡтатылһа, борсолмағыҙ, шул уҡ урындан яңынан күрһәтеләсәк. онлайн-марафонға һылтанма
«АЛТЫН ЙОНДОҘ» МИҘАЛЫ – БЕҘҘЕҢ ТЕАТРҘА!

9 майҙа беҙҙең театрға тик бер көнгә генә Башҡортостан Республикаһы Милли музейы фондынан Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәли Шайморатовтың «Алтын Йондоҙ» миҙалы килтереләсәк. Шул уҡ көндә 18:00 сәғәттә генерал Миңлеғәли Шайморатов һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы “…Ат уйнатып алдан бара…” спектакле күрһәтелә. Һәр мәлдә еңеү хаҡына йәнен аямаған ҡаһарман, дошманды дер ҡалтыратҡан, уны үҙен […]
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы һеҙҙе ихлас күңелдән Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлай! 1 Май байрамы яҡты һәм ҡыуаныслы булһын, һеҙҙең йорттарығыҙға бәхет һәм ҡыуаныстар ғына килһен! Еребеҙҙә берҙәмлек һәм дуҫлыҡ нығынһын, ә хеҙмәттәге уңыштар ыңғай үҙгәрештәргә килтерһен! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, яҙғы кәйеф, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Байрам рух күтәренкелеге, […]
Изге йола

Мосолмандарҙың изге байрамы Ураҙа ғәйете алдынан беҙҙең театр коллективы Мосолман зыяратына барып, республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ҡәберлектәрен ипкә килтерҙе. Ҡороған үлән-япраҡтарҙан, ағастарҙан таҙартты, саңдарын һөрттө, сүп-сар йыйҙы. Шулай уҡ мәрхүмдәрҙең йәндәренә доға ҡылды, матур хәтирәләр менән иҫкә алды.
ҺИНҺЕҘ КИЛГӘН ЯҘҘАР

“Һиңә хыянат итеүҙәре – ҡулдарыңды һындырыуға тиң. Кешене ғәфү итергә була, тик башҡаса уны ҡосаҡлап булмай” Л.Н.Толстой Был роман мөхәббәт тураһында, ҡатын һәм ир араһындағы мөнәсәбәт тураһында. Ике ҡатын, ике яҙмыш. Һәр ҡайһыһы иренең хыянаты тураһында белгәнгә тиклем үҙен бәхетле тип йәшәй. Алһыу иренең хыянатына үҙе шаһит булһа, ә Фирая тормош иптәшенең хыянаты тураһында ул […]
ПУШКИН КАРТАҺЫ МЕНӘН МАЙ БАЙРАМДАРЫН БЕРГӘ ҮТКӘРЕРГӘ 10 ИДЕЯ

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова ҡатнашлығында «Пушкин картаһы»: «Май байрамдарын бергә үткәрергә 10 идея» федераль программаһын алға этәреүгә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы май байрамдарында уҙасаҡ сараларҙы анонсланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был көндәрҙә беҙҙең театр эшләй. 05 / 19:00 мелодрама “Эҙләнем, […]
Беҙ – Рутубта!

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең менән аралашыу сараларын киңәйтеүҙе дауам итәбеҙ. Хәҙер беҙҙең театрҙың видеоконтенты Рутубта ла бар. Спектаклдәрҙең трейлерҙары, театрҙың тормошо тураһында видеорепортаждар, архивтағы спектаклдәр, шулай уҡ онлайн-трансляциялар, тура эфирҙар Рутуб майҙанында ла күрһәтеләсәк. Беҙҙең театрҙың каналына һеҙ хәҙер үк яҙыла алаһығыҙ, ә техник асылыу көнө 1 майҙа була. Беҙҙең Рутубтағы каналға яҙылыр өсөн ошо һылтанмаға […]
БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕҢ 77-ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАЛА.

Хөрмәтле тамашасылар! Беҙҙең театр музейында тәүге тапҡыр, 20 апрелдән 9 майға тиклем Республика Хәрби Дан музейы фондынан “Ҡыҙыл атлылар” экспозицияһы тәҡдим ителә. Һеҙ һуғыш йылдарының 14 артефактын күрә алаһығыҙ (Мамай Ҡурғанында табылған Мосин винтовкаһының штыгы, һалдат тәрилкәһе, котелок, фляжка, кеҫә фонары һ.б.) Айырыуса ҡәҙерле экспонаттар араһында 2018 йылдың июлендә Салауат Юлаев ис. Алчевск ҡалаһының эҙәрмәндәр […]
“ШАЙМОРАТОВ” ГАСТРОЛГӘ ЮЛЛАНА

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының тамашасы яратып ҡараған иң рухлы, бай йөкмәткеле спектаклдәренең береһе республика буйлап гастролдәрен дауам итә! Тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылған башҡорт атлы дивизияһы һалдаттарының, генерал Шайморатовтың батырлыҡтарын сағылдырған “Ат уйнатып алдан бара!” спектакле 11 май Ҡыйғы районы 12 май Дыуан районы 13 май Салауат районында күрһәтеләсәк. Спектаклдең эстәлеге бик […]
“Ауыл уҡытыусыһы” театрҙа “Милләт йөҙө”н йыйҙы

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Милләт йөҙө партерҙа” яңы проекты сиктәрендә З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетының өсөнсө курс студенттары ҡуйҙан “Ауыл уҡытыусыһы” документаль спектакле күрһәтелде. Спектаклде сәхнәгә сығарыусы режиссер-педагог доцент Римма Харисова, курстың художество етәксеһе Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Таңсулпан Бабичева. Спектаклде ҡарағандан һуң, тамашасылар актерҙар менән фекер алышты. […]
Башҡорт теленән диктант яҙҙыҡ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы һәр йылдағыса Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы дәррәү ҡушылды. Быйыл да беҙҙең театрҙың актерҙары: Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина диктант тексын уҡыны.
23 АПРЕЛЬ “БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ – 2022” АКЦИЯҺЫ ҮТӘ

23 апрель “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2022” акцияһын үткәрәсәк. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр өсөн Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында һәм Башҡортостандың Милли музейында майҙансыҡтар ойошторола. Өҫтәмә оффлайн майҙансыҡтар исемлеге менән https://bashdictant.ru/ сайтында танышырға мөмкин. 2022 йылдың 23 апрель көнө […]
ТИҘҘӘН МИҘГЕЛ ЯБЫЛЫУ КӨНӨ

27 майҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған “Һинһеҙ килгән яҙҙар” спектакленең премьераһы менән 102-се ижад миҙгелен яба Һәм йола буйынса йәйге миҙгелде аса. Майҙа шулай уҡ балалар өсөн спектаклдең премьераһы – “Осҡон осто, янғын сыҡты” янғын хәүефһеҙлеген һаҡлау ҡағиҙәләре тураһында тамаша күрһәтелә. Июндә лә йәйге премьера әҙерләнә: […]
МАЙ АЙЫНДА ИКЕ ЯҢЫ СПЕКТАКЛЬ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә яҙҙың йәмле майында тамашасылар өсөн матур байрам – ике яңы спектакль әҙерләй. Беренсеһе – балаларҙы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтеү маҡсатында эшләнгән “Осҡон осто, янғын сыҡты” исемле үҙе сағыу, үҙе музыкаль шәп әкиәт-уйын. Ангиза Ишбулдинаның текстын сәхнәлә режиссер Фирғәт Ғарипов йәнләндерә. Композитор Урал Иҙелбаев рок стилендәге көйҙәр сығара. […]