Мосолмандарҙың изге байрамы Ураҙа ғәйете алдынан беҙҙең театр коллективы Мосолман зыяратына барып, республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ҡәберлектәрен ипкә килтерҙе. Ҡороған үлән-япраҡтарҙан, ағастарҙан таҙартты, саңдарын һөрттө, сүп-сар йыйҙы. Шулай уҡ мәрхүмдәрҙең йәндәренә доға ҡылды, матур хәтирәләр менән иҫкә алды.

 

Leave a Reply