Премьераға автор үҙе килә!

Премьераға автор үҙе килә!

 

26 һәм 27 май Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында – премьера! Театрҙың 102-се ижад миҙгеле популяр автор Зифа Ҡадырованың “ҺИНҺЕҘ КИЛГӘН ЯҘҘАР” исемле мелодрамаһы менән тамамлана. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Айрат Абушахманов, рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов.

Ҡыуаныслы хәбәр! Премьераның тәүге көнөндә автор үҙе лә киләсәк. Халыҡтан сыҡҡан иң популяр яҙыусы Зифа Ҡадырова – сығышы менән Учалы районы Ахун ауылынан, бөгөн ул Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Ғүмер буйы төҙөлөштә эшләгән. Һуң ғына яҙыша башлай, әммә шунда уҡ популяр булып китә.Спектакль алдынан (18.15 сәғ.) Зифа Ҡадырова менән ижади осрашыу уҙасаҡ, шулай уҡ уның өр-яңы китабы һатыуҙа тәҡдим ителәсәк һәм тамашасыларға ла үҙҙәрендә булған китаптарын алып килеп, автограф ҡуйҙырып алырға мөмкин буласаҡ.

Премьерала осрашҡанға тиклем, ҡәҙерле театр һөйөүселәр!