МИҢЗӘЛӘ ХӘЙРУЛЛИНА ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕНӘ САҠЫРА

30 октябрь 19:00 сәғәттә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллинаның юбилей бенефисы үтәсәк. Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы – күп йылдар дауамында театр сәнғәтенә мөһим өлөш индергән шәхес, бихисап һоҡланғыс ролдәр сығарған, бай тәжрибәле, талантлы актриса. Кисә барышында тамашасыларға «Ҡоҙаса» (Б.Бикбай, З.Исмәғилев, режиссер А.Абушахманов) музыкаль комедияһы тәҡдим ителәсәк. Был […]
ЗИЛАРА ЮЛТАЕВА – «ҺҮҘ ОҪТАҺЫ»ПРИЗЕРЫ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Зиләрә Юлтаева XVII “Һүҙ оҫтаһы” Республика конкурсында II урын яуланы! 19 октябрҙә Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда үткән конкурста актриса Светлана Алексиевичтың «У войны не женское лицо» әҫәренән өҙөктө башҡорт телендә башҡарып, жюри һәм тамашасылар иғтибарын йәлеп итте. «Профессионалдар» номинацияһында төрлө театрҙарҙың актерҙары менән көс һынашып, юғары […]
УН ЙЫЛДАН ҺУҢ: «ҮЛГЭР» ТЕАТРЫ ДИРЕКТОРЫ «ХЫЯЛҒА ҠАРШЫ» СПЕКТАКЛЕН ҠАБАТ ҠАРАНЫ

Өфөгә эш сәфәре менән килгән «Ульгэр» Бүрәт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры Баирма Дашидоржиева Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Хыялға ҡаршы» (А.Баймөхәмәтов, режиссер И.Ҡаҙаҡбаев) спектаклен ҡараны. Әйткәндәй, Баирма Гуродагбаевна был постановка менән тәүге тапҡыр 2016 йылда Бүрәт Республикаһында үткән III «Алтан Сэргэ» Халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә таныша. «Спектакль ун йыллап уйналыуына ҡарамаҫтан, актерҙар составының […]
ТЕАТР ДОНЪЯҺЫНА СӘЙӘХӘТ

Театр донъяһына сәйәхәт Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһының 10-сы класс уҡыусылары өсөн экскурсия ойошторолдо. Сара Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзына 150 йыл тулыуға арналған «Театр. Призвание» федераль марафоны сиктәрендә уҙғарылды. Экскурсияны Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илгиз Таһиров үткәрҙе. Улар уҡыусыларҙы […]
БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ ГАСТРОЛДӘРГӘ СЫҒА

20 – 22 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Йырланмаған йырым һин…” һәм “Кеше булып ҡалырға” спектаклдәре менән Башҡортостандың Йылайыр һәм Күгәрсен райондарында сығыш яһаясаҡ. Ижад кешеһенең тормошон, төрлө һынауҙар аша үтергә мәжбүр күңел донъяһын тасуирлаған “ЙЫРЛАНМАҒАН ЙЫРЫМ ҺИН…” спектакле Венер Исхаҡов әҫәре буйынса режиссер Айрат Абушахманов тарафынан сәхнәләштерелгән. 16+ “КЕШЕ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА” спектакленең […]
РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН!

Бөгөн беҙ Башҡортостан Республикаһының барлыҡ уңыштарын, ҡаҙаныштарын һәм тарихын иҫкә алабыҙ. Беҙҙең республика — ул тыуған еребеҙҙең изге тупрағы, матур тәбиғәте, бай мәҙәниәте һәм данлы тарихы менән ғорурланырға тейешбеҙ. Ошо көндө, һәр кемдең йөрәгендә берҙәмлек, ышаныс һәм мөхәббәт тойғолары барлыҡҡа килһен. Башҡортостан — ул беҙҙе берләштергән көс һәм ҡеүәт, бер-беребеҙгә ярҙам һәм терәк булып, яратҡан […]
БАШДРАМ АРТИСТАРЫ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН ТАНТАНАЛЫ КОНЦЕРТТА ҠАТНАШТЫ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы концертта ҡатнашты. Сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев Салауат Юлаевтың «Тыуған илем» шиғырынан өҙөк һөйләне һәм башҡорт батырҙары образдарын кәүҙәләндерҙе. Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Ҡунаҡбаев сәхнәлә Рәми Ғарипов образын һынландырҙы. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Артур Кәбиров […]
БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫНДА ГРАЖДАНДАР ОБОРОНАҺЫ БУЙЫНСА УҠЫУ КҮНЕКМӘЛӘРЕ ҮТТЕ

Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында хеҙмәткәрҙәр өсөн ракета һөжүме, янғын хәүефе булғанда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре буйынса күнекмәләр үтте. Был сара граждандар оборонаһы айлығы сиктәрендә ойошторолдо.
“ГРИМ – ҮҘГӘРЕШ МАГИЯҺЫ”

М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры Музейы грим-постижер цехы начальнигы Нәркәс Марс ҡыҙы Баязитованың юбилейына арналған күргәҙмә тәҡдим итә. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Нәркәс Марс ҡыҙының исеме театр һөйөүселәргә күптән таныш. Бөгөн иһә Нәркәс Марс ҡыҙы актерҙарға танымаҫлыҡ итеп грим һалып, спектаклдәрҙә шаршауҙың икенсе яғынан ҡатнаша. Был күргәҙмә театрҙың “тылсымлы” профессияларының береһе булған грим һалыу […]
«ФЕДЕРАЦИЯ» ФЕСТИВАЛЕНДӘ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ!

Грозный ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектаклен тәҡдим итте. Тамашанан һуң спектакль театр белгестәре тарафынан юғары баһа алды. Владимир Стаценко: «Абушахманов исеме – хәҙер бренд, режиссёрҙан да ҙурыраҡ төшөнсә. Милли театрҙар араһында Башҡорт драма театры дөрөҫ йүнәлештә үҫешә». Елена Дунаева башҡорт театрының ҡатмарлы темаға […]
БАШДРАМ ГРОЗНЫЙ ҠАЛАҺЫНА ЮЛ АЛДЫ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының артистары Чечен Республикаһына гастролгә юлланды! «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле Грозныйҙа үтәсәк VII «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә ҡатнаша. 4 октябрҙә сәғәт 19:00 сәғәттә спектакль Ханпаши Нурадилов исемендәге Чечен дәүләт академия драма театры сәхнәһендә күрһәтеләсәк. Ижади коллективыбыҙға хәйерле, имен юл, һүнеп бармаҫ илһам һәм Грозный тамашасыһының ҡайнар […]
ОЛОЛАР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН ЙЫЛЫ ОСРАШЫУ

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Ололар көнө уңайынан матур сара үтте. Театр коллективы ғүмерен сәхнәгә, халҡына һәм милләтенә хеҙмәт итеүгә бағышлаған, бөгөн инде хаҡлы ялда булған ҡәҙерле ветерандарын йыйҙы. Улар тиҫтәләгән йылдар буйы ошо театрҙа эшләп, тынғыһыҙ хеҙмәттәренән ләззәт, ҡыуаныс һәм илһам табып, мәҙәниәтебеҙ данын арттырыуға тос өлөш индерҙеләр. Бер күрешеү — […]
30 СЕНТЯБРЬ — ЯҢЫ ТӨБӘКТӘРҘЕҢ РӘСӘЙ МЕНӘН ҠАБАТ БЕРЛӘШЕҮ КӨНӨ

Ҡәҙерле дуҫтар! 2023 йылдың 30 сентябренән алып илебеҙ тарихына яңы әһәмиәтле иҫтәлекле дата – Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй Федерацияһы менән берләшеү көнө. Был көн берҙәмлектең һәм ғәҙеллеккә ынтылыштың символы булып тора. Был төбәктәрҙең Рәсәй менән берләшеүе – сәйәси ваҡиға ғына түгел, ә тыныс һәм яҡты киләсәккә ынтылған халыҡ ихтыярының […]
БАШДРАМ ГРОЗНЫЙҘА «ФЕДЕРАЦИЯ» ФЕСТИВАЛЕНДӘ РЕСПУБЛИКА ИСЕМЕНӘН СЫҒЫШ ЯҺАЙ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакле 2026 йылдың 29 сентябренән 6 октябргә тиклем Грозныйҙа үтәсәк VII «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале афишаһына инде. Фестиваль илдең милли театрҙарын берләштереп, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылының төп театраль ваҡиғаларының береһе буласаҡ. Программала – Башҡортостан, Татарстан, Төньяҡ Осетия, Яҡутстан, Чечен Республикаһы, Мордовия, Дағстан, […]
БАШҠОРТ ДРАМА ТЕАТРЫ ГӨЛНУР ЯҠУПОВАНЫҢ «ЙЫРТҠЫС ҠАНЫ» ПОВЕСЫ БУЙЫНСА ЯҢЫ СПЕКТАКЛЬ ӨҪТӨНДӘ ЭШЛӘЙ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ижади төркөмө яңы спектакль өҫтөндә эш башланы. Постановка нигеҙенә билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың «Йыртҡыс ҡаны» повесы алынған. Спектаклдең режиссёры — Фирғәт Ғарипов. Театрҙа әлеге ваҡытта репетиция этабы бара. Ижади төркөм әҫәрҙең идеяһын һәм төп темаларын ентекле өйрәнә, буласаҡ спектаклдең сәхнә концепцияһын формалаштыра, геройҙарҙың характерҙары һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәре […]
МӘЖИТ ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ 107-СЕ ТЕАТР МИҘГЕЛЕН АСТЫ

Кисә, 22 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 107-се ижад миҙгелен «Киске табын» (М.Кәрим, режиссёр И.Ҡаҙаҡбаев) спектакле менән асты. Йолаға тоғро ҡалып, ошо көндә театр артистары һәм хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәм театрға исемен биргән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың һәйкәлдәренә сәскәләр һалды, уларҙың шиғырҙарын яңғыратып, бөйөк әҙиптәр рухына хөрмәт күрһәтте. […]
ИҒТИБАР ҺОРАШЫУ

Хөрмәтле тамашасылар! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры социологик мониторинг үткәрә. Беҙ 2030 йылға мәҙәниәт учреждениеларының эш сифатын яҡшыртыу маҡсатында федераль проектта ҡатнашабыҙ. Был һеҙҙең театр тураһында фекерегеҙҙе анализлау һәм маҡсатлы рәүештә беҙҙең сервисты яҡшыртыу өсөн мөһим. Зинһар, ойошманы һайлағанда иғтибарлы булығыҙ. Инструкция буйынса эшләгеҙ: Һылтанма буйынса күсегеҙ: sigmapro.givc.ru/index.php?r=survey/index&sid=256238&lang=ru&orgcode=047793 Ойошманы иғтибар менән һайлағыҙ: ТЕАТР […]
ТЕАТР АРТИСТАРЫН ЮҒАРЫ НАГРАДА МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

17 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең театр артистары ла бар. «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә драма […]
ТЕАТР ДИРЕКТОРЫ САНКТ-ПЕТЕРБУРГТА МИЛЛИ ТЕАТРҘАР АССОЦИАЦИЯҺЫ ЭШЕНДӘ ҠАТНАШТЫ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Зиннур Фәрит улы Сөләйманов һәм директор урынбаҫары Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин Санкт-Петербургта үткән XVII Халыҡ-ара «Александринский» театр фестивалендә ҡатнаштылар. Фестиваль сиктәрендә Милли театрҙар ассоциацияһының эш осрашыуы булды. Осрашыу ҡатнашыусылары милли театрҙар эшмәкәрлегенең актуаль мәсьәләләрен тикшерҙе, тәжрибә уртаҡлашты һәм театр сәнғәтен үҫтереү буйынса артабанғы аҙымдарҙы билдәләне. Айырым иғтибар […]
М. ҒАФУРИ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ АКАДЕМИЯ ДРАМА ТЕАТРЫ МИӘКӘ, БИШБҮЛӘК ҺӘМ ҒАФУРИ РАЙОНДАРЫНА ГАСТРОЛГӘ СЫҒА!

Ҡәҙерле дуҫтар! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һеҙҙе үҙенең Миәкә, Бишбүләк һәм Ғафури райондарында буласаҡ гастролдәренә саҡыра! Беҙ һеҙҙең өсөн репертуарыбыҙҙың иң яҡшы спектаклдәрен әҙерләнек. 23 СЕНТЯБРЬ — МИӘКӘ РАЙОНЫ 14:00 — «Кеше булып ҡалырға» (12+) Е. Коллегова, режиссёр — Х. Үтәшев Бөгөнгө күҙлектән сығып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Луганск актёрҙары тураһында пьеса […]