Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә яҙҙың йәмле майында тамашасылар өсөн матур байрам – ике яңы спектакль әҙерләй.

Беренсеһе – балаларҙы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтеү маҡсатында эшләнгән “Осҡон осто, янғын сыҡты” исемле үҙе сағыу, үҙе музыкаль шәп әкиәт-уйын. Ангиза Ишбулдинаның текстын сәхнәлә режиссер Фирғәт Ғарипов йәнләндерә. Композитор Урал Иҙелбаев рок стилендәге көйҙәр сығара. Хореограф Алина Мустаева бейеүҙәр ҡуя. Ә рәссам Сулпан Азаматова матур декорациялар һәм костюмдар әҙерләй.

Спектаклдә алмашлап театрҙың йәш артистары ҡатнаша: Айнур Ғәбитов, Алмаз Йосопов, Сабина Кирәева, Ирада Ҡадырова, Артур Ҡунаҡбаев, Милена Сираева, Айнур Ситдиҡов, Зилиә Ситдиҡова, Айым Сөләймәнова һәм Таң Хөсәйенов.

Балалар өсөн әкиәттең премьераһы 27 майҙа театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә күрһәтелә.

Икенсе премьера – түҙемһеҙлек менән көтөп алынған яңы спектакль, ул да булһа театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахмановтың Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса “Һинһеҙ килгән яҙҙар” мелодрамаһы. Был спектаклде ҡуйыр алдынан ижади төркөм Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына барып, әҫәрҙең авторы Зифа Ҡадырованың үҙе менән яҡындан танышып, аралашып, фатиха алып ҡайтты.

Спектаклдең премьераһы 26 һәм 27 майҙа Ҙур сәхнәлә үтәсәк.

Leave a Reply