Хөрмәтле тамашасылар! Беҙҙең театр музейында тәүге тапҡыр, 20 апрелдән 9 майға тиклем Республика Хәрби Дан музейы фондынан “Ҡыҙыл атлылар” экспозицияһы тәҡдим ителә. Һеҙ һуғыш йылдарының 14 артефактын күрә алаһығыҙ (Мамай Ҡурғанында табылған Мосин винтовкаһының штыгы, һалдат тәрилкәһе, котелок, фляжка, кеҫә фонары һ.б.) Айырыуса ҡәҙерле экспонаттар араһында 2018 йылдың июлендә Салауат Юлаев ис. Алчевск ҡалаһының эҙәрмәндәр отряды тарафынан табылған предметтар ихтирам һәм йәлләү тойғоһо уята. Улар 112-се (16-сы гв.) Башҡорт кавалерия дивизияһы көрәше һәм генерал-майор М.М.Шайморатов һәләк булған урындарҙа табылған. Шулай уҡ музейҙа фронт бригадаларында ҡатнашыусы актерҙарҙың, һуғыш йылдары спектаклдәренең, шулай уҡ һуғыш тураһындағы спектаклдәр һәм афишаларҙың фотоларынан торған экспозиция менән танышырға мөмкин.
Музей спектакль алдынан, антракт ваҡытында һәм алдан бирелгән заявка буйынса эшләй. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 273-80-27

Leave a Reply