Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең менән аралашыу сараларын киңәйтеүҙе дауам итәбеҙ. Хәҙер беҙҙең театрҙың видеоконтенты Рутубта ла бар. Спектаклдәрҙең трейлерҙары, театрҙың тормошо тураһында видеорепортаждар, архивтағы спектаклдәр, шулай уҡ онлайн-трансляциялар, тура эфирҙар Рутуб майҙанында ла күрһәтеләсәк. Беҙҙең театрҙың каналына һеҙ хәҙер үк яҙыла алаһығыҙ, ә техник асылыу көнө 1 майҙа була.

Беҙҙең Рутубтағы каналға яҙылыр өсөн ошо һылтанмаға баҫығыҙ.

Рутуб ҡушымтаһы iOS, Android, HarmonyOS ҡоролмаларында һәм Smart TV майҙанында ла эшләй.

Leave a Reply