8 май киске сәғәт һигеҙҙә КультураРФ.Live порталында беҙҙең театрҙың төрлө йылдарҙағы һуғыш тураһында, Еңеү байрамына бағышланған матур спектаклдәренән онлайн-марафон үтәсәк. Тәүге спектакль – Мөҙәрис Бағаевтың “Ике төш” драмаһы.
Алдан иҫкәртеп ҡуябыҙ, был осорҙа Интернет селтәре эшмәкәрлегендә боҙолоштар булыуы ихтимал. Әгәр техник сәбәптәр арҡһында спектакль туҡтатылһа, борсолмағыҙ, шул уҡ урындан яңынан күрһәтеләсәк.