Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы һеҙҙе ихлас күңелдән Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлай!
1 Май байрамы яҡты һәм ҡыуаныслы булһын, һеҙҙең йорттарығыҙға бәхет һәм ҡыуаныстар ғына килһен! Еребеҙҙә берҙәмлек һәм дуҫлыҡ нығынһын, ә хеҙмәттәге уңыштар ыңғай үҙгәрештәргә килтерһен!
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, яҙғы кәйеф, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Байрам рух күтәренкелеге, ышаныс бирһен, изге ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, яңы хеҙмәт үрҙәренә яуларлыҡ көс өҫтәһен!