26 и 27 май Зифа Ҡадырованың әҫәре буйынса “Һинһеҙ килгән яҙҙар” спектакленең премьераһы үтә!
Ҡуйыусы режиссеры– Айрат Абушахманов
Ҡуйыусы рәссамы – Альберт Нестеров
Композитор – Рәмис Хәкимов
“Һиңә хыянат итеүҙәре – ҡулдарыңды һындырыуға тиң.
Кешене ғәфү итергә була, тик башҡаса уны ҡосаҡлап булмай”
Л.Н.Толстой
Был роман мөхәббәт тураһында, ҡатын һәм ир араһындағы мөнәсәбәт тураһында. Ике ҡатын, ике яҙмыш. Һәр ҡайһыһы иренең хыянаты тураһында белгәнгә тиклем үҙен бәхетле тип йәшәй. Алһыу иренең хыянатына үҙе шаһит булһа, ә Фирая тормош иптәшенең хыянаты тураһында ул үлеп киткәс кенә белә. Ике ҡатын бер-береһенә терәк-таяныс булып, яҙмыш һынауҙарын үтә, яңынан йәшәргә өйрәнә.
Уйланылмаған бер аҙым, дыуамаллыҡ кеше тормоштарын селпәрәмә килтерә, ғаилә драмаһына илтә. Әммә ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр. Хыянатты аңлап һәм уны ҡылған яҡын кешеңде ғәфү итеп буламы? Был хәлгә кем ғәйепле? Үкенеүҙәр һуңлап килә: тормошта иң ҡәҙерлеһе – ғаилә, бер-береңде ихтирам итеп, тоғро булып йәшәү икән.
Спектаклдә ҡатнашалар: Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Римма Ҡаһарманова һәм Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Башҡортостандың халыҡ артистары Шәүрә Дилмөхәмәтова, Миңзәлә Хәйруллина, Гүзәл Маликова, Ш.Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары Азат Вәлитов һәм Урал Әминов, артистар Айсыуаҡ Йомағолов, Юнир Ҡоланбаев, Айнур Ғәбитов, Илүзә Итекәйева, Лилиә Сәғитова, Гүзәл Хәсәнова, Морат Рафиҡов.
Билеттарҙы театр кассаһында һәм сайтта онлайн алырға мөмкин https://bashdram.ru/afisha/
Пушкин картаһын ҡулланырға ла була
Касса: (347) 272-35-33