“Ҡоҙаса” яңынан сәхнәгә ҡайта

Тамашасыларҙың яратып ҡараған, театрыбыҙҙың йөҙөҡ ҡашы булған йырлы-бейеүле спектаклдәренең береһе Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” спектакле оҙайлы тәнәфестән һуң яңынан сәхнәгә ҡайта. Артистар хормейстер Әфәрим Аҡсурин менән йырҙарҙы ҡабатлай башланы ла инде. Әйткәндәй, Наза ҡоҙаса ролендә былтыр ғына театрға эшкә килгән йәш актриса Гүзәл Хәсәнова, Басирҙы актер Айнур Ситдиҡов уйнай. Күңелле музыкаль тамашаны яңы ижад миҙгелендә күрергә […]

Фидан Ғафаров юбилейына саҡыра

14 октябрь М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы Фидан Ғафаровтың юбилей бенефисы үтә. Актер уны тамашасының иң яратҡан спектакле – “Бәхет хаҡы” музыкаль мелодрамаһы менән үткәрә. Билеттар һатыуҙа, уларҙы театр кассаһында һәм сайтында онлайн алырға мөмкин. Пушкин картаһы […]

ГӨЛЛИ МӨБӘРӘКОВАҒА МЕМОРИАЛЬ ТАҠТАТАШ АСЫЛАСАҠ

2022 йылдың 9 сентябрендә 12.00 сәғәттә СССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты,  Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы, профессор ГӨЛЛИ АРЫҪЛАН ҠЫҘЫ МӨБӘРӘКОВАҒА (1936 – 2019) Өфө ҡалаһы, Энгельс урамының 5 йорт адресы буйынса урынлашҡан йорт фасадында мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтәсәк. _________________________ Белешмә өсөн: Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова 1936 йылдың 9 сентябрендә […]

Ҡайғы уртаҡлашабыҙ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ғафаров Фидан Сафа улының һөйөклө ҡатыны, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың әсәһе – Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙының был донъяны ваҡытһыҙ ҡалдырып китеүе сәбәпле, актерҙың һәм уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша

Актерҙар ижади сәфәргә юлланды

Бөгөн Башдрамдың бер төркөм артистары Йылайыр районына ижади экспедицияға юлланды. Бер аҙна буйына улар буласаҡ документаль спектакль өсөн материал йыя. Сәфәрҙең етәкселәре – режиссер-педагог Рима Харисова һәм драматург Сәрүәр Сурина. Был сәфәр республиканың драматургия һәм режиссура үҙәге ярҙамында ойошторола һәм “Мәҙәниәт” милли проектының грантына бойомға ашырыла.    

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ МЕНӘН!

22 август илебеҙҙә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Был 1991 йылда Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә, дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған, өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс Рәсәй Президенты Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя. Флагтың төҫтәре халыҡта: аҡ — […]

КАМАЛ ТЕАТРЫНЫҢ ӨФӨ ГАСТРОЛДӘРЕ: БИЛЕТТАР ҺАТЫУҘА

9 ноябрҙән 16 ноябргә тиклем Өфөлә Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театрының күптән көтөп алынған гастролдәре уҙа. Гастролдәр афишаһында һуңғы миҙгел премьералары һәм легендар “Зәңгәр шәл” спектакле. Спектаклдәр беҙҙең театр һәм “Нур” театры сәхнәләрендә уйналасаҡ. Билеттар Камал театры сайтында инде һатыуҙа. Алып ҡалырға ашығығыҙ! Үткән йыл һатып алынған билеттар ғәмәлдә. ✅ 12 ноября, “БОЛГАНЧЫК ЕЛЛАР. […]

Беҙ – социаль селтәрҙәрҙә

Ҡәҙерле дуҫтар, театрыбыҙҙың яңылыҡтарына хәбәрҙар булыр өсөн беҙҙең социаль селтәрҙәргә яҙылырға онотмағыҙ!   Яңылыҡтар, фото- һәм видеорепортаждар, акциялар, уйындар, подкасттар: Вконтакте, Телеграм Спектаклдәр, ижади осрашыуҙар һәм кисәләрҙе бушлай онлайн ҡарау:Одноклассники Спектаклдәрҙең алтын фонды, трейлерҙар, репетициянан күренештәр, аҙна яңылыҡтары:YouTube Актерҙар тураһында яҙмалар, интервью, рецензиялар, актерҙар ҡатнашлығындағы видеороликтар: Яндекс.Дзен

Vlog.Bashdram: актерҙар йәйге ялын нисек үткәргән – серҙәрҙе асабыҙ

Кем Кипрҙа ял иткән? Ә кем баҡсала еләк-емеш йыйған? Кем Төркиәлә ҡыҙынған? Ә кем бесәнлектә янған? Йәмле йәйҙең хозур тәбиғәтенән илһам-дәрт туплаған артистар һәм театр хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең хис-тойғолары менән бүлешә. Сер итеп кенә тик һеҙҙең өсөн, ҡәҙерле тамашасыбыҙ!

ТЕАТРҘЫҢ ИЖАДИ КОЛЛЕКТИВЫНЫҢ ЙӘЙГЕ ЯЛДАН ҺУҢ ТӘҮГЕ ОСРАШЫУЫ

Бөгөн, йәғни 17 август, театр алды гөрләп торҙо. Йәйге ялдан һуң тәүге эш көнөнә кем ашҡынып сыға? Әлбиттә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы! Ижади коллектив ялдан һуң, тәүге осрашыуға йыйылды. Бер-береһен һағынып өлгөргән артистар кем нисек һәм ҡайҙа ял иткәнен һорашты, тәьҫораттары менән ихлас бүлеште. Ә инде туйғансы фото төшөп алғандан һуң, […]

Сентябрь спектаклдәренә билеттар һатыуҙа

Хөрмәтле тамашасылар! Сентябрь айына театрыбыҙҙың спектаклдәренә билеттар һатыуҙа. Уларҙы ошо һылтанма буйынса алып була. 7 сентябрь – “Зөләйха күҙҙәрен аса” 8 сентябрь – “Ҡара йөҙҙәр” 14 сентябрь – “Һинһеҙ килгән яҙҙар” 21 сентябрь – “Хыялға ҡаршы” 29 сентябрь – “Әсмә” 30 сентябрь – “Йәш йөрәктәр”

ЯҢЫ МИҘГЕЛДӘ ОСРАШҠАНҒА ТИКЛЕМ!

Ҡәҙерле дуҫтар! 27 майҙа беҙ үҙебеҙҙең 102-се ижад миҙгелен Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған “Һинһеҙ килгән яҙҙар” спектакленең премьераһы менән яптыҡ. Ә инде 8 сентябрҙә “Ҡара йөҙҙәр” (М.Ғафури) спектакле менән 103-сө ижад миҙгелен асыу тантанаһында көтөп ҡалабыҙ. Яңы миҙгелдә театр репертуарында һеҙҙе премьера спектаклдәре, сюрприздар һәм яратҡан актерҙар менән онотолмаҫлыҡ осрашыуҙар көтә! Яңылыҡтарҙы […]

ПРЕМЬЕРА МЕНӘН!

Бөгөн, 23 июнь, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә тағы ла бер матур премьера – Фәтхи Бурнаш пьесаһы буйынса “Йәш йөрәктәр” спектакле күрһәтелде. Ҡуйыусы режиссеры – Фирғәт Ғарипов, БР атҡаҙанған артисы Ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов Композитор – Нур Дауытов, РФ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исем. Дәүләт премияһы лауреаты Хореограф – Сулпан Асҡарова, БР […]

Бөгөн – Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө…

1941 йылдың 22 июнендә таң алдынан фашист Германияһы ғәскәрҙәре Советтар Союзына һөжүм итә. Хәтер һәм ҡайғы көнөндә театрыбыҙҙың һәр бер ағзаһы Совет һалдаттарының, илебеҙ халҡының ҡаһарманлығы алдында тағы бер ҡат баш эйә. Йәшәһен ерҙә тыныслыҡ!

Тиҙҙән – йәйге премьера!

23 июнь М.Ғафури  исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә тағы ла бер матур премьера –  Фәтхи Бурнаш пьесаһы буйынса “Йәш йөрәктәр” спектакле күрһәтелә  Ҡуйыусы режиссеры – Фирғәт Ғарипов, БР атҡаҙанған артисы  Ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов Композитор – Нур Дауытов, РФ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исем. Дәүләт премияһы лауреаты Хореограф – Сулпан Асҡарова,  БР атҡаҙанған […]

Тура эфирҙа – спектаклдәр

12 июнь Рәсәй көнө уңайынан киске сәғәт һигеҙҙә Рутуб платформаһында театрыбыҙҙың спектаклдәрен тура эфирҙа күрһәтәбеҙ. Спектаклдәрҙе донъяның ҡайһы мөйөшөнән дә бушлай ҡарарға мөмкин, теркәләү талап ителмәй. Тура эфир өсөн һылтанма

“ҺИНҺЕҘ КИЛГӘН ЯҘҘАР” СПЕКТАКЛЕНӘ САҠЫРАБЫҘ

16 июндә был миҙгелдә һуңғы тапҡыр уйналасаҡ Зифа Ҡадырова романы буйынса “һинһеҙ килгән яҙҙар” спектакленә ҡарарға саҡырабыҙ. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Айрат Абушахманов, рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, инсценировка авторҙары – Айрат Абушахманов һәм Динара Ҡәйүмова. Был роман мөхәббәт тураһында, ҡатын һәм ир араһындағы мөнәсәбәт тураһында. Ике ҡатын, ике яҙмыш. Һәр ҡайһыһы […]

БАЛАЛАР ӨСӨН БАЙРАМ

1 июнь театрыбыҙҙа Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған сара үтте. Театр алды майҙаны бәләкәстәрҙең шат тауыштарынан, ҡыҙыҡлы уйындары, оҫталыҡ дәрестәре, дәртле бейеүҙәр һәм йырҙарҙан гөрләп торҙо. Бер бал ла бүләкһеҙ тороп ҡалманы: татлы приздар, сағыу шарҙар, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролатйы башҡарма комитеты эргәһендәге республика ата-әсәләр комиссияһы исеменән рәйес урынбаҫары Айгөл Әнүәр ҡыҙы Атанова […]

БАШДРАМДА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ

Йәйҙең беренсе көнө йылы ҡояш менән ҡыуандырһа, ул икеләтә байрамға әйләнә, сөнки ошо көндә Халыҡ-ара балалар көнө билдәләнә. 1 июнь 17.00 сәғәттә театр алды майҙанында кескәй тамашасыларыбыҙға һәм уларҙың ата-әсәләренә ҡыҙыҡлы һәм төрлө-төрлө уйындар тәҡдим итәсәкбеҙ. Был көндө әкиәт геройҙары ҡатнашлығында сәмле ярыштар, ҡыҙыҡлы уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, бейеү флешмобы үткәреләсәк. Ғөмүмән, театр майҙаны күңелле, шат […]