“Ауыл уҡытыусыһы” театрҙа “Милләт йөҙө”н йыйҙы

“Ауыл уҡытыусыһы” театрҙа “Милләт йөҙө”н йыйҙы

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының “Милләт йөҙө партерҙа” яңы проекты сиктәрендә З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетының өсөнсө курс студенттары ҡуйҙан “Ауыл уҡытыусыһы” документаль спектакле күрһәтелде. Спектаклде сәхнәгә сығарыусы режиссер-педагог доцент Римма Харисова, курстың художество етәксеһе Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Таңсулпан Бабичева.

Спектаклде ҡарағандан һуң, тамашасылар актерҙар менән фекер алышты.