18 май – Балтас районы Мәҙәниәт йортонда
19 май – Борай районы Мәҙәниәт йортонда
Театрыбыҙҙың иң моңло, иң күңелле, йырлы-бейеүле музыкаль комедияһы – Илшат Йомағолов пьесаһы буйынса режиссер Фирғәт Ғарипов ҡуйған “Мөхәббәт ҡоштары” спектакле – гастролгә юллана. Ауылға күсеп килгән участковый Апуш һәм уның ҡатыны Сәриәне ауыл халҡы ҡабул итеп бөтмәй: ирҙәр уйынса, участковый уларға юҡ-барға бәйләнә, үҙенең тәртибен булдырырға теләй, ә уларҙың ҡатындары иһә – һылыу ҙа, уңған да, егәрле лә Сәриәнән ирҙәрен көнләшеп уларҙы ауылдан ҡыуырға план ҡоралар… Ниндәй план икәнен, спектаклгә килеп ҡарағыҙ. Тамашала Башҡортостандың халыҡ артистары Алһыу Бәхтиева, Алһыу Ғалина, Азамат Ғафаров, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илгизә Ғилманова, Ш. Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Артур Кәбиров, артистар Айнур Ситдыҡов, Айҙар Шәмсетдинов, Зиләрә Юлтаева ҡатнаша. Спектакль өсөн йырҙарҙы Зөһрә Бураҡаева һүҙҙәренә композитор Нур Дауытов яҙған. Спектакль киске сәғәт етелә башлана.
Шул уҡ көндө көндөҙгө ун икелә балалар өсөн яңы матур әкиәт тәҡдим итәбеҙ. “Мираликундия. Серле гиппопотам” әкиәте. Берҙән-бер көндө матур ҙа, сос та Арыҫлан үҙенең ысын дуҫы юҡлығын аңлай. Эргәһендә йөрөгән йыуан һәм килбәтһеҙ Бегемоттың ысын дуҫ булыуы мөмкин түгел дә инде! Ысын дуҫ булырға тик серле гипоппотам ғына хаҡлы! Һәм беҙҙең Арыҫлан бәләкәй Бегемот менән бергә Мираликундия тигән мөғжизәле ил буйлап ысын дуҫ эҙләргә сығып китә. Күп төрлө һынауҙыр аша үтергә тура килә Арыҫланға. Һәм һәр саҡ уға ярҙамға Бегемот ашыға…
Билеттар район мәҙәниәт һарайы кассаларында һатыла. Пушкин картаһы менән ҡулланырға мөмкин.