“Милләт йөҙө партерҙа”

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының яңы проекты шулай атала. Проекттың маҡсаттары – йәш таланттарҙы табыу һәм уларға артабан да үҙ һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү. Был проект сиктәрендә һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты менән хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә тәүге сара шәмбе, 23 апрелдә үтәсәк. Театрҙың Бәләкәй залында сәнғәт институтының 3 курс студенттарының “Ауыл уҡытыусыһы” […]

БӨГӨН – МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ!

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы, мәҙәни мираҫы, быуындар бәйләнеше. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Милли кейемдә – халыҡ тарихы. Һәр биҙәктә, тәрән мәғәнә, фәлсәфә…

Артур Кәбиров шиғриәт бәйгеһендә Гран-при яуланы

Бөгөн «Йөрәк һүҙе. Рәми» шиғриәт бәйгеһенең финалы үтте. Быйыл был конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналғайны. Быйылғы бәйгенең төп призын, ә ул 500 мең һумлыҡ аҡсалата премия, беҙҙең театрыбыҙҙың артисы, Ш.Бабич исемендәге Йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Рәми Ғарипов премияһы лауреаты АРТУР КӘБИРОВ яуланы.  Ул Рәми Йәғәфәр улының «Табыныу» поэмаһын уҡыны. […]

Онлайн-театр

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының иң шәп спектаклдәрен  – әлеге ваҡытта сәхнәлә барған һәм хатта репертуарҙан төшөп ҡалған элекке спектаклдәрҙе, театрҙа барған матур саралараҙы онлайн ҡарау мөмкинлеге бар. КультураРФ.LIVE майҙанында хәҙер беҙҙең театрҙың да үҙ каналы бар. Ошо һылтанма буйлап кереп, беҙҙең каналға яҙылып,  сараларҙы онлайн ҡарай алаһығыҙ. Апрель айына репертуар эшләнгән дә инде. […]

ӨФӨЛӘ “АРТылышFEST” ФЕСТИВАЛЕ ТАМАЛАНДЫ

Халыҡ-ара театр көнөндә, 27 мартта «AРTылышFEST» республика театр фестивале тамамланды, быйыл ул 20 марттан 27 мартҡа тиклем Өфө лә үтте. Фестивалдә Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы ҡалаларынан 12 профессиональ театр ҡатнашты. Ете фестиваль көнө буйына Өфөнөң төп мәҙәни майҙандарында төрлө аудиторияға – балаларға, йәштәргә, өлкәндәргә иҫәпләнгән 13 спектакль күрһәтелде. Форум барышында «Башҡортостан театрҙары: үҫеш юлдары» […]

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ТЕАТРҘАРЫНЫҢ КӘҢӘШМӘҺЕ УҘҘЫ

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында Башҡортостан республикаһы театрҙарының кәңәшмәһе булып уҙҙы. Театр эшмәкәрлеге һәм киләсәге хаҡындағы сарала беҙҙең театрыбыҙҙың  директоры Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин һәм баш режиссеры Айрат Әхтәм улы Абушахманов ҡатнашты.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры театр белгесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тамара Петровна Абросимованың арабыҙҙан китеү сәбәпле, ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерә. Тамара Петровна сағыу, бай тормош юлы үтте һәм яҡты эҙ  ҡалдырҙы. Ул 90-сы йылдарҙа Башдрамтеатрында әҙәби бүлек мөдире булып эшләй, гел театр коллективында хаҡлы рәүештә абруй ҡаҙана. Мәрхүмәнең ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ауыр […]

ӨФӨЛӘ ИКЕНСЕ “АРТ-ҠОРОЛТАЙ” БАШЛАНДЫ

25 мартта Өфөләге «Торатау» Конгресс-Холында “АРТ- Ҡоролтай” форумы үтте. Форум быйыл икенсе тапҡыр ойошторола һәм мәҙәниәт өлкәһендәге мөһим стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеү, һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу, иң яҡшы тәжрибә һәм эксперименттарҙы уртаҡлашыу майҙанына әүерелергә тейеш. Форум сиктәрендә беҙҙең театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм Архангельскиҙағы драма театрының директоры Сергей Самодов араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

ҠОТЛАЙБЫҘ!

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәрен яҡынлашып килгән байрамдары менән ҡотлап, уларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Салауат Юлаев орденына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының спектаклдәр сығарыу буйынса художество-ҡуйылыш бүлеге мөдире Радик Әғләм улы Сафин лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһының […]

БЕҘҘЕҢ СӘХНӘЛӘ САЛАУАТ ТЕАТРЫНЫҢ “ҺЫРҒАЛАҠ” СПЕКТАКЛЕ

Бөгөн, 22 мартта, «AРTылышFEST» республика театр фестивале сиктәрендә беҙҙең театр сәхнәһендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры Өфө тамашасыһына танылған драматург Алексей Житковскийҙың “Һырғалаҡ” спектаклен тәҡдим итте. Спектаклдең режиссеры Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев. Башҡорт теленә тәржемә авторы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ! Беҙҙең М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 27 […]

ӨФӨЛӘ «AРTылышFEST» ФЕСТИВАЛЕ БАШЛАНДЫ

Кисә, 20 мартта, Өфөлә «AРTылышFEST» республика театр фестивале башланды. Ижади форум М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында асылды. Фестиваль тамашасыһына театрҙа уйналған иң сағыу спектаклдәрҙең береһе – «Башҡорт туйы»нан өҙөк күрһәтелде. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 27 мартта фестиваль сиктәрендә беҙҙең М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Балам” (В.Емелёва, […]

Бөгөн – Ҡырым яҙы!

Бөгөн, 18 март, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына һигеҙ йыл! 2014 йылдың 18 марты барлыҡ Рәсәй һәм Ҡырым халҡы өсөн тарихта мөһим ваҡиға булараҡ теркәлде. Был ваҡиға күп илдәр өсөн көтөлмәгән хәл булды, ә илебеҙҙең күп милләтле халҡы туғандаш халыҡтарҙың татыу ғаиләгә кире ҡайтыуына һөйөндө. Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы – яңы тарихыбыҙҙа оло ваҡиға, һәм уны бер кем […]

«AРTылышFEST» республика театр фестиваленә арналған пресс-конференция

Бөгөн “Рәсәй” медиаүҙәгендә беҙҙең театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, БР Мәҙәниәт министрлығының бүлек етәксеһе Зиннур Сөләймәнов, Өфө «Нур» татар дәүләт театрының баш режиссеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин, Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт институты педагогы, сәнғәт фәндәре кандидаты Айһылыу Сәғитова ҡатнашлығында 20-се марттан 27-се мартҡа тиклем Башҡортостанда үткәреләсәк «AРTылышFEST» республика театр фестиваленә арналған пресс-конференция үтте. Программала Башҡортостандың […]

Беҙ – Телеграмда

Ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ! Беҙ Инстаграм һәм Фейсбук социаль селтәрҙәрендәге эшмәкәрлегебеҙҙе туҡтатып торабыҙ. Һеҙҙең уңайлыҡтар өсөн Телеграмда канал астыҡ. Рәхим итеп ҡушылығыҙ. Тағы ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: беҙҙең Бәйләнештә төркөмөндә актив сәхифәбеҙ бар. Бәйләнештәге төркөм Телеграмдағы канал 

Репертуарҙа үҙгәрештәр

Ҡәҙерле тамашасылар! 15 мартҡа планлаштырылған “Амеля” спектакле урынына А.Дударев пьесаһы буйынса “Эңер төшкәс” мелодрамаһы күрһәтелә. Алдан һатып алынған билеттар яраҡлы. Теләк буйынса уларҙы кире ҡайтарырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)272-35-33

Һораулама һөҙөмтәләре

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 2021 йылдағы халыҡҡа күрһәткән эшмәкәрләгенә баһа бирер өсөн һораулама үткәрргәйнек. Шуның һөҙөмтәләре менән таныштырып үтәбеҙ. Ошо һылтанма буйлап һөҙөмтәләр менән ташына алаһығыҙ – результаты НОК

Һөйөклө гүзәл заттарыбыҙ!

ҺӨЙӨКЛӨ ГҮЗӘЛ ЗАТТАРЫБЫҘ! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы исеменән һеҙҙе яҙҙың иң күркәм байрамдарының береһе 8 МАРТ – ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨменән ихлас ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, мәңгелек йәшлек, ҡатын-ҡыҙ бәхете, ғаилә ҡыуаныстары, тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ! Был көн бүләк ителгән сәскә гөлләмәләре һәм […]

Сәхнәлә – “Әсмә”

Бөгөн Ризаитдин Фәхретдиновтың “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” повесы буйынса Шәүрә Шәкүрова инсценировкаһында Зиннур Сөләймәнов ҡуйған “Әсмә” спектакленең премьераһы икенсе тапҡыр күрһәтелде. Был юлы Әсмә ролендә – М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамалап быйыл беҙҙең театрҙа тәүләп эш башлаусы Сабина Кирәева.  

Премьера менән!

Бөгөн, 4 мартта, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ҙур сәхнәһендә Ризаитдин Фәхретдиновтың “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” әҫәре буйынса “Әсмә” (инсц. Ш.Шәкүрова) спектакленең премьераһы үтте. Спектаклдең режиссеры Зиннур Сөләймәнов, режиссер ассистенты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Хайсаров. Һәм шулай уҡ ижади төркөмдә композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов, ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, […]

Фидан Ғафаровтың онлайн концерттары

Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө уңайынан гүзәл заттарҙы ҡотлап Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы Фидан Ғафаров онлайн-концерттарына саҡыра. Тик ике көн 7 һәм 8 март 16.00 сәғәттә театрҙың ютуб каналында Фидан Ғафаровтың концерттары үтә. 7 марттағы концертҡа һылтанма 8 марттағы концертҡа һылтанма […]