Фидан Ғафаровтың онлайн концерттары

Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө уңайынан гүзәл заттарҙы ҡотлап Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы Фидан Ғафаров онлайн-концерттарына саҡыра. Тик ике көн 7 һәм 8 март 16.00 сәғәттә театрҙың ютуб каналында Фидан Ғафаровтың концерттары үтә. 7 марттағы концертҡа һылтанма 8 марттағы концертҡа һылтанма […]

Беҙҙең сәхнәлә – Салауат театры

22 март Салауат башҡорт дәүләт драма театры Өфө тамашасыһына танылған драматург Алексей Житковскийҙың «ҺЫРҒАЛАҠ» спектаклен тәҡдим итәсәк. Ҡуйыусы режиссеры – Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы – Лилиә Хисмәтуллина, композиторы – Магуля Мезинова, хореограф – Александр Родионов, яҡтылыҡ рәссамы – Евгений Лисицын, рәссам-аниматор – Урал Мәхийәнов. Башҡорт теленә тәржемә авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған […]

Күргәҙмәгә саҡырабыҙ

4 һәм 5 мартта Р.Фәхретдиновтың “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” әҫәре буйынса ҡуйылған “Әсмә” спектакленең (инсц. Ш.Шәкүрова) премьераһы алдынан М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры фойеһында “Ризаитдин Фәхретдин: рухиәт, мәҙәниәт һәм мәғрифәт” тип аталған күргәҙмә тәҡдим ителә. Күргәҙмәне Татарстан республикаһының Әлмәт районында урынлашҡан Ризаитдин Фәхретдиндең мемориаль музейы ойоштора. Әйтергә кәрәк, был музейҙың Өфөләге тәүге күсмә […]

Ризаитдин Фәхретдиновтың “Нәсихәттәре”. Флешмоб

Ризаитдин Фәхретдинов – күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, тарихсы, шәрҡиәтсе, дин әһеле. Ул бик күп әҫәрҙәр авторы. Иң билдәлеһе – “Нәсихәттәр”. Беҙҙең премьера алдынан республикабыҙҙың арҙаҡлы ул-ҡыҙҙары менән Ризаитдин Фәхретдиновтың “Нәсихәттәр”ен уҡып флешмоб ойошторҙоҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рамаҙанов уҡый.

Театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин Мәҙәниәт министрлығының Коллегияһында ҡатнаша

25 февралдәРепсублика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт Министрлығының Коллегияһы үтә. Коллегияла Башҡортостан Республикаһының Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, уның беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, Күгәрсен районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзиә Хөснуллина , Салауат ҡалаһы башлағының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Олеся Арестова һәм беҙҙең театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин ҡатнаша.  Осрашыуҙа Башҡортостан […]

25 ФЕВРАЛЬ – БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ

1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә һәм уның рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны булдырыла. 1992 йылдың 25 февралендә, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы республиканың исемен үҙгәртеү тураһындағы закон ҡабул итә, уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелә, республика дәүләтселегенең рәсми символдарының береһе – яңы флаг раҫлана. Башҡортостандың Дәүләт гербы һәм Дәүләт гимны […]

Байрам менән!

ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры колекктивы исеменән Һеҙҙе 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тыуған илде һаҡлау, уның күк йөҙө һәр саҡ тыныс булһын өсөн һаҡта тороу – һәр ваҡыт маҡтауға һәм айырым хөрмәткә лайыҡ эш. Ватанды һаҡлаусылар көнө һәр ваҡыт тыныслыҡ, ғәҙеллек һәм тыуған ергә һөйөү символы […]

Спектакль кисектерелә

Хөрмәтле тамашасылар! 23 февралгә планлаштырылған “Баллы, тирәкле Балтирәк” спектакле кисектерелә. Билеттарҙы кассаға кире ҡайтарырға була. Белешмәләр өсөн телефон: 📞Касса : 8(347)272-35-33

Зифа Ҡадырова менән ижади осрашыу

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры яңы спектакль өҫтөндә эшләүсе артистар өсөн ижади сәфәр ойошторҙо – улар Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына барып, тиҙҙән репертуарҙа урын аласаҡ спектаклдең авторы менән осрашты. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйылғы ижад миҙгелендә яңы спектакль көтөлә – Зифа Ҡадырова әҫәрҙәре нигеҙендә премьера ҡуйыласаҡ. “Һеҙ минән ниндәйҙер фәлсәфәгә ҡоролған, аҡыллы-аҡыллы […]

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын тантаналы асыу көнө

Бөгөн, 21 февралдә, башҡорт халыҡ эпосы буйынса  ҡуйылған “Урал батыр” спектаклен донъяның төрлө төбәктәрендә ҡарау мөмкинлеге бар! Бөгөн, Башҡортостан Республикаһында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын тантаналы асыу көнө һәм Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Урал батыр” спектаклен күрһәтәсәк. Спектакль Өфө ваҡыты менән 19.00 сәғәттә башлана. Спектаклде онлайн ҡарау […]

МИҢЗӘЛӘ ХӘЙРУЛЛИНАНЫҢ ЮБИЛЕЙ КИСӘҺЕ ҮТТЕ

18 февралдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәруллина үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Актрисаны ҡотларға почетлы ҡунаҡтар килде. Улар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты Әхтәм Абушахманов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы […]

Туған тел көнөнә арнап

  ЮНЕСКО-ның генераль конференцияһы менән 1999 йылдың 17 ноябрендә танылған Халыҡ-ара туған телдәр көнө (International Mother Language Day) 2000 йылдан алып 21 февраль көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Башҡорт телен һаҡлау фонды һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто махсус видеороликтар әҙерләгән. Уларҙы һеҙгә ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.  

Ризаитдин Фәхретдинов ижадына бағышланған түңәрәк өҫтәл

4 мартта М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Ризаитдин Фәхретдиновтың “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” әҫәре буйынса “Әсмә” спектакленең премьераһы була. Шул уңайҙан театрҙың пресс-залында республиканың билдәле шәхестәре, Ризаитдин Фәхретдиндең ижадын өйрәнеүселәр йыйылды: БДУ-ның доценты Илшат Янбаев, Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов һәм БДУ студенткаһы Илүзә Һатыбалова. Түңәрәк […]

Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн театрыбыҙҙың легендар артисы Фидан Сафа улы Ғафаров һәм уның һөйөклө ҡатыны Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙының бергә ғүмер кисереүҙәренә 55 йыл тула! М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы хөрмәтле Фидан Сафа улын һәм Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙын Зөбәржәт туйҙары менән ысын күңелдән ҡотлай һәм ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле гүзәл байрамы менән тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерә: именлек, […]

Тәрән ҡайғы

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы композитор, баянсы, аранжировкалар эшләүсе, беҙҙең театрҙың бик күп спектаклдәрен музыкаль яҡтан биҙәүсе Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Ғәббәс улы Яхиндың  был донъяны ваҡытһыҙ ташлап китеүе сәбәпле уның яҡындарының, дуҫтарының, коллегаларының оло ҡайғыһын уртаҡлаша. Илшат Яхиндың моңо һәм исеме беҙҙең күңелдәрҙә мәңге хәтерҙә ҡалыр…

Башдрам пьесалар әҙләй!

Ҡәҙерле дуҫтар! М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры яңы проекты өсөн башҡорт телендә яҙылған хәҙерге заман пьесаларын ҡабул итә. Проект яңы пьесаларҙың театрҙа читкаһын үткәреү, аҙаҡ автор менән бергә әңгәмәләшеүгә ҡолорған. Тамашасылар иһә был пьесаны сәхнәгә сығарырға йәки сығармаҫҡа, тип тауыш бирә ала. Беҙ актуаль темаларҙы ҡуҙғатып, матур башҡорт телендәге заманса пьесаларҙы көтәбеҙ! Пьесалар: Башҡорт […]

Афишала үҙгәрештәр!

Ҡәҙерле дуҫтар 17 февралдә “Һөйәркә” спектакле урынына “Балам” спектакле күрһәтелә. Алдан һатып алынған билеттар яраҡлы. Касса: 8(347)272-35-33.

ӘСМӘ

Ризаитдин Фәхретдинов – күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, тарихсы, шәрҡиәтсе, дин әһеле. Ул бик күп әҫәрҙәр авторы. Уларҙың аҙ ғынаһы киң таралған, күбеһе ҡулдан яҙылған килеш һаҡланған йә ғәрәп графикаһында баҫылған. “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” повесының баш һүҙендә Ризаитдин Фәхретдин был әҫәрҙе бай тарихлы башҡорттар тураһында тип яҙа. Повестың сюжеты инглиз яҙыусыһы Шарлотта Бронтеның “Джейн […]

Афишала үҙгәрештәр!

15 февралгә планлаштырылғын “Эҙләнем, бәғерем, һине…” спектакле кисектерелә. Алдан һатып алынған билеттарҙы театр кассаһына кире тапшырырға була. Белешмәләр өсөн телефон: 📞Касса : 8(347)272-35-33

Миңзәлә Хәйруллина юбилейына саҡыра!

18 февралдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ҙур сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәруллинаның “Әбейүшкә@түщка.ru” заманса комедияһы менән юбилей бенефисы үтә. Юбиляр Бибисара ҡарсыҡ ролендә. Бибисара әбей улы һәм килене менән ауылда донъя көтә, йәше өлкән булһа ла ҡул ҡаушырып ултырмай: әле картуф утай, әле мунса яға, әле гәзит уҡый… Күпме ғүмер ҡәйнә менән […]