4 һәм 5 мартта Р.Фәхретдиновтың “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” әҫәре буйынса ҡуйылған “Әсмә” спектакленең (инсц. Ш.Шәкүрова) премьераһы алдынан М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театры фойеһында “Ризаитдин Фәхретдин: рухиәт, мәҙәниәт һәм мәғрифәт” тип аталған күргәҙмә тәҡдим ителә. Күргәҙмәне Татарстан республикаһының Әлмәт районында урынлашҡан Ризаитдин Фәхретдиндең мемориаль музейы ойоштора. Әйтергә кәрәк, был музейҙың Өфөләге тәүге күсмә күргәҙмәһе, шуға күрә, билдәле ғалим, педагог, журналист, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Р.Фәхретдиндең яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһын да көтөп ҡалабыҙ.

“Беҙ Р.Фәхретдиндең үҙе иҫән сағында сыҡҡан баҫмаларын алып килергә уйлайбыҙ. Экспозицияла “Шура” журналы (1910 й.), “Нәсихәттәр”,“Тәрбиәле ҡатын”, “Тәрбиәле ана” педагогик баҫмалары,“Сәлимә йәки ғиффәт”, “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” әҙәби хеҙмәттәре, “Аҫар” тарихи-энциклопедик баҫмалары, “Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙистәренә аңлатма” хеҙмәте урын аласаҡ. Музей фондынан ғаилә фотоһүрәттәренең бер өлөшөн дә күрһәтергә теләк бар”, – тип бүлеште музей директоры Диләрә Ғимранова. Тағы ла тамашасылар ғалимдың шәхси әйберҙәрен, шулай уҡ, Әсмә Шәрәфтең “Атайым хаҡында иҫтәлектәр” ҡулъяҙма дәфтәрен күрә аласаҡ. Ғөмүмән, үҙенсәлекле һәм бөйөк шәхес – Ризаитдин Фәхретдин хаҡында бәйән итеүсе 36 һирәк һәм уникаль булған экспонаттар, артефакттар тәҡдим ителәсәк.

Күргәҙмәнең ҡабул итеүсе яҡтан кураторы – М.Ғафури ис. БАДТ музейы мөдире Азалия Балгазина (тел. 273-80-27).

Рәхим итегеҙ!

Leave a Reply