Ризаитдин Фәхретдинов ижадына бағышланған түңәрәк өҫтәл

Ризаитдин Фәхретдинов ижадына бағышланған түңәрәк өҫтәл

4 мартта М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Ризаитдин Фәхретдиновтың “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” әҫәре буйынса “Әсмә” спектакленең премьераһы була. Шул уңайҙан театрҙың пресс-залында республиканың билдәле шәхестәре, Ризаитдин Фәхретдиндең ижадын өйрәнеүселәр йыйылды: БДУ-ның доценты Илшат Янбаев, Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов һәм БДУ студенткаһы Илүзә Һатыбалова. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Ризаитдин Фәхретдиндың күркәм эшмәкәрлеге, уның әҫәрҙәренең актуаллеге, “Әсмә” әҫәренең жанр үҙенсәлектәре, ундағы образдар һәм характерҙар тураһында һөйләште.

Сараның тулы видеоһын киләһе яҙмаларға беркетербеҙ.