М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы композитор, баянсы, аранжировкалар эшләүсе, беҙҙең театрҙың бик күп спектаклдәрен музыкаль яҡтан биҙәүсе Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Ғәббәс улы Яхиндың был донъяны ваҡытһыҙ ташлап китеүе сәбәпле уның яҡындарының, дуҫтарының, коллегаларының оло ҡайғыһын уртаҡлаша.
Илшат Яхиндың моңо һәм исеме беҙҙең күңелдәрҙә мәңге хәтерҙә ҡалыр…