Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры яңы спектакль өҫтөндә эшләүсе артистар өсөн ижади сәфәр ойошторҙо – улар Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына барып, тиҙҙән репертуарҙа урын аласаҡ спектаклдең авторы менән осрашты. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйылғы ижад миҙгелендә яңы спектакль көтөлә – Зифа Ҡадырова әҫәрҙәре нигеҙендә премьера ҡуйыласаҡ.
“Һеҙ минән ниндәйҙер фәлсәфәгә ҡоролған, аҡыллы-аҡыллы фекерҙәр көтмәгеҙ. Мин яп-ябай бер ҡатын. Мин бик һуң ғына яҙа башланым, 48 йәшемдә. Ул да булһа, яҙырға теләгәндән түгел, ә үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндән. Ғүмеремдең бер осорона барып еткәс, күңелемдә ниндәйҙер тойғолар барлыҡҡа килде, тормошомда нимәнелер үҙгәртергә теләнем, ә нимәне икәнен үҙем дә аңлата алмайым… Шул мәлдә ҡағыҙ, ручка алып яҙа башланым. Шулай тәүге әҫәрҙе яҙып бөткәс, күңелем бушаны, еңеллек тойҙом. Бөтә уйҙарҙы ҡағыҙға төшөрөп мин үҙем дә бушанып ҡалам, ә ул темалар, геройҙар ҡайҙан килеп инә – уларын белмәйем. Әммә шуныһы – улар минең тормошомда осраған кешеләр, минең менән бергә эшләгән, яҙмышымдың күпмелер миҙгелен бергә үткән ябай замандаштарым. Мин эргә-тирәләге күренештәрҙе тасуирлап яҙырға яратам – беҙҙең тормоштағы ябай ғына хәлдәрҙә лә бит күпме мәғәнә, күпме йәшәүгә ынтылыш бар, мин кеше яҙмышы һәм мөхәббәт тураһында яҙам. Ә улар бөтәһенә лә ҡағыла” – тип үҙе фекерҙәре менән бүлеште Зифа Ҡадырова.
Әйткәндәй, ул сығышы менән Учалы районы Ахун ауылынан, яҙмышы уны йәшләй генә Яр Саллы ҡалаһына алып килә. Ошо ҡалала төпләнеп, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерә. Ғүмер буйы төҙөлөштә эшләй. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда, балаларының һәм ейәндәренең күңел йылыһында йәшәй, ошо йылдар эсендә барлыҡҡа килгән меңәрләгән фанаттары өсөн яңы әҫәрҙәр яҙа. Театрҙар өсөн дә Зифа Ҡадырова – ҙур табыш, уның әҫәрҙәрен сәхнәлә лә халыҡ ихлас яратып ҡабул итә, оҙаҡ йылдар буйы улар театр репертуарында бара. Автор үҙенең әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәргә, әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуҙарға ихлас йөрөй.
Был ижади сәфәрҙә ҡатнашыусылар шулай уҡ Аяз Ғиләжев исемендәге Саллы дәүләт татар драма театрына ла туҡталды, театрҙың художество етәксеһе Олег Кинйәғолов (әйткәндәй, ул З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған) һәм театр директоры Рәсим Хафизов яңы асылған театр менән таныштырҙы.
Ижади сәфәр тамам, алда – ижади эштәр көтә!