Башдрам пьесалар әҙләй!

Башдрам пьесалар әҙләй!

Ҡәҙерле дуҫтар!

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры яңы проекты өсөн башҡорт телендә яҙылған хәҙерге заман пьесаларын ҡабул итә. Проект яңы пьесаларҙың театрҙа читкаһын үткәреү, аҙаҡ автор менән бергә әңгәмәләшеүгә ҡолорған. Тамашасылар иһә был пьесаны сәхнәгә сығарырға йәки сығармаҫҡа, тип тауыш бирә ала.

Беҙ актуаль темаларҙы ҡуҙғатып, матур башҡорт телендәге заманса пьесаларҙы көтәбеҙ!

Пьесалар:

  • Башҡорт телендә яҙылған
  • Һуңғы өс йылда ижад ителгән
  • Оригиналь (теге йәки был әҫәрҙең инсценировкаһы булмаҫҡа)
  • Проектта ҡатнашҡанға тиклем башҡа театрҙарҙа ҡуйылмаған булырға тейеш.

Проектта ҡатнашыр өсөн ошо махсус анкетаны тултырып ебәреүегеҙ һорала.

https://forms.gle/BRzG1dLEcXSNUFSN7