Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн театрыбыҙҙың легендар артисы Фидан Сафа улы Ғафаров һәм уның һөйөклө ҡатыны Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙының бергә ғүмер кисереүҙәренә 55 йыл тула!
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы хөрмәтле Фидан Сафа улын һәм Фәриҙә Хәбибулла ҡыҙын Зөбәржәт туйҙары менән ысын күңелдән ҡотлай һәм ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле гүзәл байрамы менән тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерә: именлек, ныҡлы һаулыҡ теләп, артабан да бәхетле һәм имен тормошта йәшәргә яҙһын!