18 февралдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ҙур сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәруллинаның “Әбейүшкә@түщка.ru” заманса комедияһы менән юбилей бенефисы үтә. Юбиляр Бибисара ҡарсыҡ ролендә.

Бибисара әбей улы һәм килене менән ауылда донъя көтә, йәше өлкән булһа ла ҡул ҡаушырып ултырмай: әле картуф утай, әле мунса яға, әле гәзит уҡый… Күпме ғүмер ҡәйнә менән йәшәп килене унан арып та киткән, ә икенсе яҡтан, йорттағы бөтә эште шул әбейүшкә бөтөрөп йөрөй бит, һис артыҡ түгел… Улы менән килене, ҡалала йәшәгән ҡыҙы менән кейәүе әсәләрен «һин ҡара», «юҡ, һин ҡара» тип бәхәсләшкәндә, өлгөр замана ҡарсығы үҙ яҙмышын үҙе хәл итеп тә ҡуя. Ә нисек? Быға һис кемдең башы етмәҫ!

Күңелле, мауыҡтырғыс шәп комедияны ҡарарға саҡырабыҙ! Миңзәлә Хәйруллинаның матур ғүмер байрамын бергә ҡаршылайыҡ!

 

 

Leave a Reply