18 февралдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәруллина үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.
Актрисаны ҡотларға почетлы ҡунаҡтар килде. Улар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты Әхтәм Абушахманов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла  Үтәшев.  Шулай уҡ төрлө театрҙарынан коллегалары, яҡын дуҫтары, яҡташтары һәм туғандары ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр.
Ә кисен юбиляр ҡатнашлығында “Әбейүшкә@түщка.ru” заманса комедияһы күрһәтелде. Юбиляр Бибисара ҡарсыҡ ролен башҡарҙы.
Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы ла ғүмеренең матур миҙгелен үҙенең яҡындары, дуҫтары, рухташтары, моңдаштары һәм дә тамашасылары менән бергә ҡаршланы. Матур гөлләмәләр, иң изге теләктәр, ҡайнар хистәр һәм дә мөхәббәт һүҙҙәре бары тик Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙына бағышланды…
Тамаша залында оҙаҡ ҡына алҡыштар тынманы, юмор, йылмайыуҙар һәм йылы һүҙҙәр менән тулы ине. Туған коллективы юбилярға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, яңы ролдәр теләне. Юбилейығыҙ менән, Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы Хәйруллина!

Leave a Reply