25 ФЕВРАЛЬ – БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ

25 ФЕВРАЛЬ – БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ

1990 йылда республиканың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә һәм уның рәсми атрибуттары – Дәүләт флагы, гербы, гимны булдырыла. 1992 йылдың 25 февралендә, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы республиканың исемен үҙгәртеү тураһындағы закон ҡабул итә, уға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелә, республика дәүләтселегенең рәсми символдарының береһе – яңы флаг раҫлана. Башҡортостандың Дәүләт гербы һәм Дәүләт гимны һуңыраҡ, 1993 йылдың 12 октябрендә ҡабул ителә.
Башҡортостандың флагы йәшел, аҡ һәм күк төҫтәрҙән тора. Йәшел төҫ – азатлыҡты, тормоштоң мәңгелек булыуын; аҡ төҫ – тыныслыҡты, республика халыҡтарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген; күк төҫ уларҙың уй-ниәттәренең изге булыуын, сафлыҡты аңлата. Флагтың аҡ төҫөнөң уртаһында ете таждан торған стилләштерелгән ҡурай сәскәһен үҙ эсенә алған түңәрәк төшөрөлгән. Ҡурай сәскәһе – дуҫлыҡ билдәһе, уның ете тажы Башҡортостан халыҡтарының берләшеүенә башланғыс һалған ете ырыуға ишара.
БАЙРАҒЫБЫҘ
Йәм-йәшел иген баҫыуы,
Муйыл, сейә – шау сәскә.
Зәңгәр күк. Ҡурай тажындай
Ҡояш нурҙарын сәсә.
Йәшел, аҡ һәм зәңгәр төҫтәр –
Нәҡ беҙҙең байраҡ төҫө.
Яҙғы көндәй матур байраҡ –
Яратам шуның өсөн!
(Г.Ситдиҡова)