Байрам менән!

Байрам менән!

ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР!
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры колекктивы исеменән Һеҙҙе 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тыуған илде һаҡлау, уның күк йөҙө һәр саҡ тыныс булһын өсөн һаҡта тороу – һәр ваҡыт маҡтауға һәм айырым хөрмәткә лайыҡ эш. Ватанды һаҡлаусылар көнө һәр ваҡыт тыныслыҡ, ғәҙеллек һәм тыуған ергә һөйөү символы булһын!
Был яҡты көндә Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, рух ныҡлығы, эшегеҙҙә уңыштар һәм бәхетле көндәр теләйбеҙ! Илдәр имен, күгебеҙ һәр саҡ аяҙ булһын!