Рәсәй, алға!

Пекинда Олимпия уйындарында ҡатнашыусы үҙебеҙҙең спортсыларҙы ҡеүәтләп, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы ла флошмобҡа ҡушыла #ROCyouagain
Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына бағышланған спектакль

11 февралдә М.Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «Февраль. Буран…» спектакле күрһәтелә. Уның режиссеры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев. Сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева. Был спектакль театр репертуарында инде 10 йыл рәттән уңышлы уйнала, күп кенә гастролдәрҙә күрһәтелә. Рәми ролендә Артур Кәбиров һәм […]
Һорауламала ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан Республикаһы Башлығының ҡарары менән раҫланған 2022-2025 йылдарҙа коррупцияға ҡаршы эш итеү сараларын үтәү сиктәрендә төҙөлгән һорауламала ҡанташыуығыҙҙы һорайбыҙ. Ваҡыт табып, түбәндәге һорауҙарға яуап бирегеҙ әле. Ҡабул Ҡабул ителгән мәғлүмәт Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһедә коррупцияға ҡарш эште яйлауға булышлыҡ итер. Анекта аноним рәүештә тултырыла. ҺОРАУЛАМА
Афишала үҙгәрештәр!

Хөрмәтле тамашасылар! 9 февралдә “Урал батыр” спектакле урынына “Хыялға ҡаршы” спектакле (Айгиз Баймөхәмәтов повесы буйынса, реж.И.Ҡаҙаҡбаев) күрһәтелә. Алдан һатып алынған билеттар яраҡлы. Теләк буйынса уларҙы кассаға кире ҡайтарырға була. 📞Касса : 8(347)272-35-33
Афишала үҙгәрештәр!

Хөрмәтле тамашасылар! 8 февралдә “Амеля” спектакле урынына “Джут” спектакле (О.Жанайдаров, реж.А.Абушахманов) күрһәтелә. Алдан һатып алынған билеттар яраҡлы. Теләк буйынса уларҙы кассаға кире ҡайтарырға була. 📞Касса : 8(347)272-35-33
Репертуарҙа үҙгәрештәр!

Хөрмәтле тамашасылар! Актер ауырыу сәбәпле февраль репертуарында үҙгәрештәр бар. Шулай итеп, 3 февралгә планлаштырылған “Балам” спектакле урынына “Һөйәркә” спектакле, 5 февраль – “Мин һинең ҡәйнәң булам” комедияһы урынына “Һөйәһеңме – һөйәмәйһеңме…” спектакле күрһәтелә. Алдан һатып алынған билеттар яраҡлы. Билеттарҙы кассаға кире ҡайтарып була. 📞Касса : 272-35-33
Башдрам яңы исемдәр аса

Кисә, 27 ғинуарҙа театрыбыҙҙың Бәләкәй сәхнәһендә Балалар һәм йәш үҫмерҙәр өсөн «Драмквадратик» театр лабораторияһы» белем биреү проектының йомғаҡлауы үтте.7 ҡыҙ былтыр ҡыш беҙҙең театрҙа үткән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн драматургик лаборторияһында ҡатнашты. Проект Шотландияның Траверс театрындағы (Эдинбург ҡалаһы) Class Act йәш үҫмерҙәр менән эшләү методикаһы буйынса алып барылды. Дәрестәрҙе йәш драматург, беҙҙең театрҙың шеф-редакторы Ангиза […]
Рәфил Нәбиуллин иҫтәлегенә

23 ғинуарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 1970-2000 йылдарҙа эшләүсе Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәфил Нәбиуллинға 70 йәш тулыр ине. Төрлө ролдәрҙе һынландыра алғанына уны актер-универсал тип йөрөткәндәр. Төп йә эпизодик ролдәрҙә, милли драматургия йә донъя классикаһында – актер эшен оло оҫталыҡ менән башҡарған. Актерҙың беҙҙең аранан китеүенә инде 20 йылға яҡын ваҡыт […]
Репертуарҙа үҙгәрештәр

28 ғинуар киске сәғәт етелә Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса “Эҙләнем, бәғерем, һине…” мелодрамаһы күрһәтелә. Спектаклдә һөйләгәндәрҙең барыһы ла тәүге минуттан йөрәккә уҡ булып ҡаҙала. Был – ир менән ҡатын мөнәсәбәте тураһында ғына ябай хикәйә түгел, был – бер-беребеҙгә ҡарата бәғерһеҙлек, һәр беребеҙҙең үҙәккә үтерлек яңғыҙлығы хаҡында. Ул тағы ла (ә бәлки, тәү сиратта) шул күңел […]
Иғтибар!

Ҡәҙерле дуҫтар, 28 ғинуарға планлаштырылған “Ат уйнатып алдан бара” спектакле 27 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт ун икелә күрһәтелә. Шулай уҡ 28 ғинуарға планлаштырылған “Мираликундия. Серле гиппопотам” әкиәте кисектерелә. Алдан һатып алынған билеттар менән икенсе спектаклдәргә килергә мөмкин. Билеттарҙы кассаға кире ҡайтарыу мөмкинлеге лә бар. Касса телефоны: ☎+7 (347) 272-35-33
«Ата-бабалар ауазы» төбәк-ара конкурсы башлана

18 ғинуарҙан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Ата-бабалар ауазы» төбәк-ара конкурсы башлана. Был сараның маҡсаттары: туған телдәрендә һөйләшкән талантлы балаларҙы үҫтереү, туған телдә һөйләшеүҙе популярлаштырыу, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, үҙ халҡыңдың йолаларын тергеҙеү, шулай уҡ уҡытыусылар араһында туған телде өйрәнеүҙә инновацион методтар ҡулланыу һ.б. Конкурстың положениеһы менән ошонда танышырға мөмкин.
ИҒТИБАР!

26 ғинуарҙа «Ҡыҙ урлау» спектакле урынына «Мөхәббәт ҡоштары» музыкаль комедияһы күрһәтелә. Алдан алынған билеттар менән был спектаклгә инергә була. Билеттарҙы кассаға кире ҡайтарырға ла мөмкин. Килеп тыуған уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ! ☎ Касса: +7 (347) 272-35-33
“ДРАМКВАДРАТИК” ЛАБОРАТОРИЯҺЫНЫҢ ЙОМҒАҠЛАУ САРАҺЫНА САҠЫРАБЫҘ

27 ғинуарҙа Мәжит Ғафури исем. Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә Балалар һәм йәш үҫмерҙәр өсөн «Драмквадратик» театр лабораторияһы» белем биреү проектының йомғаҡлауы үтә. Былтыр көҙ беҙҙең театрҙа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн драматургик лаборторияһы эш башлағайны. Проект Шотландияның Траверс театрындағы (Эдинбург ҡалаһы) Class Act йәш үҫмерҙәр менән эшләү методикаһы буйынса алып барылды. Дәрестәр йәш драматург […]
ИҒТИБАР!

Сайтта техник эштәр алып барыла. Ҡайһы бер мәғлүмәт дөрөҫ күренмәүе ихтимал. Тыуған уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ. Касса телефоны: 8(347)272-35-33
БАЛАМ

Бик көтөп алған, ҡәҙерләп кенә тапҡан балаңа ҡапыл «аутизм» диагнозы ҡуйһындар әле… Был миҙгелде ата-әсәләр нисек кисерә икән? Аяҙ көндә йәшен һуҡҡан һымаҡтыр… Киләсәк өсөн ҡурҡыу, асыуланыу, үҙеңде ғәйепләү… – ниндәй генә уй-хәсрәттәр баҫмай уларҙы. Беҙҙең геройҙар ҙа күңел тороштарын аҙмы-күпме яйға һалып, «үҙенсәлекле» бала менән бергә яңы тормошты ҡабул итеп, рух күтәренкеһен тапҡан көслө […]
МӨХӘББӘТ ҠОШТАРЫ

Ауылға күсеп килгән участковый Апуш һәм уның ҡатыны Сәриәне ауыл халҡы ҡабул итеп бөтмәй: ирҙәр уйынса, участковый уларға юҡ-барға бәйләнә, үҙенең тәртибен булдырырға теләй, ә уларҙың ҡатындары иһә – һылыу ҙа, уңған да, егәрле лә Сәриәнән ирҙәрен көнләшеп, уларҙы ауылдан ҡыуырға план ҡоралар. Илшат Йомағоловтың “Мөхәббәт амурҙары” пьесаһы буйынса Ҡуйыусы режиссер – Фирғәт Ғарипов, Башҡортостандың атҡаҙанған […]
ЙӘШ ҒАИЛӘ ФАТИР ЭҘЛӘЙ

Спектаклдең үҙәгендә яңы өйләнешкән йәш парҙың мөхәббәт тарихы, уларҙың нисек тә булһа яңы ғына ҡорған ғаиләһен һаҡлап алып ҡалырға тырышыуы. Йәштәрҙең мөхәббәте бик күп ҡаршылыҡтар алдында тора: бында һүҙ классикаға әйләнгән “ҡәйнә-килен мөнәсәбәттәре” хаҡында ғына түгел, бигерәк тә йәшәргә үҙ мөйөштәре булмауы һынауҙарҙың иң ҙуры булып тора. Михаил Рощин пьесаһы буйынса Ҡуйыусы режиссер – ИлсурҠаҙаҡбаев, Ш.Бабичис.дәүләт республика […]
АМЕЛЯ

«Сообщение» III халыҡ-ара милли театр фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн» номинацияһы (Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Пермь крайы Кудымкар ҡалаһы, 2021 йыл) Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында яратып яҙған урыҫ яҙыусыһы Николай Крашенинниковтың «Амеля» романы йәтим башҡорт ҡыҙының яҙмышы тураһында. Тол ҡалған профессор ҡатында хеҙмәт иткән олатаһы үлеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡай дворяндар йортонда тәрбиәләнә. Әммә Амелияны һәр ваҡыт тыуған иленең символына әйләнгән, […]
…АТ УЙНАТЫП АЛДАН БАРА…

«Еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән генерал Миңлеғәли Шайморатов һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының атлылары иҫтәлегенә…» Еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән генерал Миңлеғәли Шайморатов һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары иҫтәлегенә… Спектакль БР Милли һәм Хәрби-тарихи музейҙар, БР Милли тарих архивы һәм Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы фондтарында һаҡланған документтарға нигеҙләнеп яҙылған. Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге дәүләт […]
ШӘМСЕТДИН ҺӘМ ШӘМСУРА

…Һуғыш бер кем менән дә иҫәпләшмәй. Госпиталь. Ауыр яраланған һалдаттар. Уларҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙ хәстәре, тигәндәй. Һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһен, үҙ йортон һағына. Тома һуҡыр ҡалған Шәмсетдин дә, һуғыш ҡалдырған яралары төҙәлер, бәхете булыр, тип өмөтләнеп: «Ҡатыныма һоҡланып туя алмайым, ул бер ҡасан да мыжып, ҡурҡып тормай, ҡатынымдан уңдым, егеттәр, Аллаға шөкөр» – […]