22 март Салауат башҡорт дәүләт драма театры Өфө тамашасыһына танылған драматург Алексей Житковскийҙың «ҺЫРҒАЛАҠ» спектаклен тәҡдим итәсәк. Ҡуйыусы режиссеры – Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы – Лилиә Хисмәтуллина, композиторы – Магуля Мезинова, хореограф – Александр Родионов, яҡтылыҡ рәссамы – Евгений Лисицын, рәссам-аниматор – Урал Мәхийәнов. Башҡорт теленә тәржемә авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова.
Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Тамаша башҡортса сәхнәләштерелә, рус теленә синхронлы тәржемә ителә.
Әҫәрҙең төп геройы – тәрбиәсе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һөнәрҙең ни тиклем көс, түҙемлек, сабырлыҡ талап итеүен бик һирәктәр аңлайҙыр. Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, тәрбиәсе эшенең ни ҡыйынлығы, бәләкәстәр менән уйнап тик ултыра! Ә уйлап ҡараһаң, был дөрөҫ түгел бит. Еңел генә күренгән һөнәр артында – тынғыһыҙ хеҙмәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ҡағыҙ эштәре, кеше балалары өсөн ҙур яуаплылыҡ, һәм, әлбиттә, иң мөһиме ата-әсәләр менән эшләү. Балалар баҡсаһында балалар менән түгел, күберәге уларҙың ата-әсәләре менән эш түҙемлек талап итәлер. Һәр кемгә үҙ балаһы ҡәҙерле, иң матуры, иң яҡшыһы. Был аңлашыла ла, сөнки яратып-һөйөп кенә үҫтергән сабыйыңды ҡосағыңдан айырыу әсәгә лә еңел түгелдер. Әммә, нисек кенә булмаһын, балаңды тап шул тәрбиәсе ҡулына тапшырғанһың икән, тимәк, һин уға ышанырға, ярҙам итергә тейешһеңдер. Ә бит тәрбиәсенең дә шәхси тормошо, ғаиләһе, үҙ балалары бар. Ә эшкә үҙ тормошон ҡороп та өлгөрмәгән йәш ҡыҙ килһә, бындай ауырлыҡтарға сыҙармы? Шул уҡ ваҡытта, бер нигә ҡарамай, кешелек сифаттарын һаҡлап ҡала алырмы? Кешелек ҡиммәттәренән матди ҡиммәттәр өҫтөнөрәк торған хәҙерге заманда, хеҙмәт хаҡы аҙ түләнгән был эш урынына барыусы табылырмы?
Спектакль М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә киске сәғәт 7-лә уйналасаҡ!
БИЛЕТТАР ТЕАТР КАССАҺЫНДА ҺАТЫУҘА 8 (347) 272-35-33, 8-996-580-5320
ЭЛЕКТРОН БИЛЕТТАР http://театрсалават.рф/index.php/ru/
РӘХИМ ИТЕГЕҘ!