Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын тантаналы асыу көнө

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын тантаналы асыу көнө

Бөгөн, 21 февралдә, башҡорт халыҡ эпосы буйынса  ҡуйылған “Урал батыр” спектаклен донъяның төрлө төбәктәрендә ҡарау мөмкинлеге бар!

Бөгөн, Башҡортостан Республикаһында Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын тантаналы асыу көнө һәм Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Урал батыр” спектаклен күрһәтәсәк. Спектакль Өфө ваҡыты менән 19.00 сәғәттә башлана. Спектаклде онлайн ҡарау өсөн түбәндәге ссылка аша үтегеҙ: https://www.youtube.com/watch?v=6EN7OTi1sLw

“УРАЛ БАТЫР” эпосы – башҡорт халҡының бөйөк хазинаһы һәм рухи ҡомартҡыһы. Быуындан-быуынға күсә килгән был ҡобайыр, үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле ошо жанрҙағы башҡа әҫәрҙәр менән бер кимәлдә тора. Спектаклдә Үлемһеҙлек темаһы төп урында, ул башҡа мөһим темалар – Йәшәү һәм Үлем, Изгелек һәм Яуызлыҡ, Хакимлыҡ һәм Халыҡ темалары менән үрелеп бара.