ӨФӨЛӘ “АРТылышFEST” ФЕСТИВАЛЕ ТАМАЛАНДЫ

ӨФӨЛӘ “АРТылышFEST” ФЕСТИВАЛЕ ТАМАЛАНДЫ

Халыҡ-ара театр көнөндә, 27 мартта «AРTылышFEST» республика театр фестивале тамамланды, быйыл ул 20 марттан 27 мартҡа тиклем Өфө лә үтте.
Фестивалдә Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы ҡалаларынан 12 профессиональ театр ҡатнашты. Ете фестиваль көнө буйына Өфөнөң төп мәҙәни майҙандарында төрлө аудиторияға – балаларға, йәштәргә, өлкәндәргә иҫәпләнгән 13 спектакль күрһәтелде. Форум барышында «Башҡортостан театрҙары: үҫеш юлдары» түңәрәк өҫтәле ойошторолды.
Театр сығыштарын анализларға тәнҡитселәр коллегияһы саҡырылды: «Баш ҡаланың театр афишаһы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Ольга Романцова; театр һәм кино актрисаһы, режиссер, ГИТИС-тың актёр оҫталығы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, Мәскәү дәүләт университетының Юғары телевидение мәктәбе факультетында театр лабораторияһы мөдире Татьяна Морозова, шулай уҡ үҙебеҙҙең Өфө театр белгестәре – Динә Дәүләтшина һәм Айһылыу Сәғитова. Быйылғы фестиваль шуныһы менән үҙенсәлекле булды, ул смотр рәүешендә үтте, йәғни урындар билдәләнмәне. Һәр спектаклдең уңышлы һәм уңышһыҙ яҡтарын тәнҡитселәр режиссерҙар, актерҙар менән уртаға һалып һөйләштеләр, файҙалы кәңәштәр бирҙеләр.
Беҙҙең Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры фестиваль сиктәрендә “Балам” (В.Емелёва, реж. И.Мөхөтдинов) спектаклен тәҡдим итте. Эксперттар билдәләүенсә, театр был мөһим темаға мөрәжәғәт итеүҙәре оло баһаға лайыҡ.
“АРТылышFEST” фестиваленең маҡсаты – республикала театр сәнғәтен һаҡлау һәм үҫтереү, театрҙарҙың ижади процесында төп йүнәлештәрҙе асыҡлау, театрҙарҙың һәм төп театр һөнәрҙәре: актёрҙар, режиссёрҙар, рәссамдар, тәнҡитселәрҙең бәйләнештәрен нығытыу, тамашасылар һәм фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн театр байрамы мөхитен булдырыу. «дусар итеү» профессиональ үҫеш, ижади эксперименттар һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу өсөн майҙансыҡҡа әүереләсәк.