Бөгөн Ризаитдин Фәхретдиновтың “Әсмә, йәки Ғәмәл һәм яза” повесы буйынса Шәүрә Шәкүрова инсценировкаһында Зиннур Сөләймәнов ҡуйған “Әсмә” спектакленең премьераһы икенсе тапҡыр күрһәтелде. Был юлы Әсмә ролендә – М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамалап быйыл беҙҙең театрҙа тәүләп эш башлаусы Сабина Кирәева.







