ӨФӨЛӘ ИКЕНСЕ “АРТ-ҠОРОЛТАЙ” БАШЛАНДЫ

ӨФӨЛӘ ИКЕНСЕ “АРТ-ҠОРОЛТАЙ” БАШЛАНДЫ

25 мартта Өфөләге «Торатау» Конгресс-Холында “АРТ- Ҡоролтай” форумы үтте. Форум быйыл икенсе тапҡыр ойошторола һәм мәҙәниәт өлкәһендәге мөһим стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеү, һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу, иң яҡшы тәжрибә һәм эксперименттарҙы уртаҡлашыу майҙанына әүерелергә тейеш.

Форум сиктәрендә беҙҙең театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм Архангельскиҙағы драма театрының директоры Сергей Самодов араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.