Бөгөн, 18 март, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына һигеҙ йыл! 2014 йылдың 18 марты барлыҡ Рәсәй һәм Ҡырым халҡы өсөн тарихта мөһим ваҡиға булараҡ теркәлде. Был ваҡиға күп илдәр өсөн көтөлмәгән хәл булды, ә илебеҙҙең күп милләтле халҡы туғандаш халыҡтарҙың татыу ғаиләгә кире ҡайтыуына һөйөндө. Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуы – яңы тарихыбыҙҙа оло ваҡиға, һәм уны бер кем дә инҡар итә алмай. Бөгөн беҙ ғорурлыҡ менән «Ҡырым яҙы» көндәрен иҫкәалабыҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйбеҙ! Доньялар имен торһон, күк йөҙө аяҙ һәм тыныс булһын!

Leave a Reply