БЕҘҘЕҢ СӘХНӘЛӘ САЛАУАТ ТЕАТРЫНЫҢ “ҺЫРҒАЛАҠ” СПЕКТАКЛЕ

БЕҘҘЕҢ СӘХНӘЛӘ САЛАУАТ ТЕАТРЫНЫҢ “ҺЫРҒАЛАҠ” СПЕКТАКЛЕ

Бөгөн, 22 мартта, «AРTылышFEST» республика театр фестивале сиктәрендә беҙҙең театр сәхнәһендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры Өфө тамашасыһына танылған драматург Алексей Житковскийҙың “Һырғалаҡ” спектаклен тәҡдим итте. Спектаклдең режиссеры Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев. Башҡорт теленә тәржемә авторы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ! Беҙҙең М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 27 мартта “Балам” (В.Емелёва, реж. И.Мухутдинов) спектаклен тәҡдим итәсәк.

Билеттар театр кассаһында 272-35-33 һәм сайтында https://bashdram.ru/afisha/

Башлана 16:00 сәғәттә.