ҺӨЙӨКЛӨ ГҮЗӘЛ ЗАТТАРЫБЫҘ!
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
коллективы исеменән
һеҙҙе яҙҙың иң күркәм байрамдарының береһе
8 МАРТ – ХАЛЫҠ-АРА ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР КӨНӨменән
ихлас ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, мәңгелек йәшлек,
ҡатын-ҡыҙ бәхете, ғаилә ҡыуаныстары, тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ!
Был көн бүләк ителгән сәскә гөлләмәләре һәм йылмайыуҙар,
ихлас ҡотлауҙар бар ғүмерегеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек йылыһына сорнауын теләйбеҙ. Һеҙҙең барлыҡ изге хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын,
ә үҙегеҙ ер йөҙөндәге иң гүзәл зат булып ҡалығыҙ!
Яратып һәм яратылып йәшәгеҙ!