“Милләт йөҙө партерҙа”

“Милләт йөҙө партерҙа”

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының яңы проекты шулай атала. Проекттың маҡсаттары – йәш таланттарҙы табыу һәм уларға артабан да үҙ һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү. Был проект сиктәрендә һәм З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты менән хеҙмәттәшлек итеү сиктәрендә тәүге сара шәмбе, 23 апрелдә үтәсәк. Театрҙың Бәләкәй залында сәнғәт институтының 3 курс студенттарының “Ауыл уҡытыусыһы” документаль спектакле күрһәтелә (режиссер-педагог Римма Харисова, курстың художество етәксеһе – Таңсулпан Бабичева). Спектакль БР Драматургия һәм режиссура үҙәгенең Урал аръяғы буйлап үткәргән экспедиция һөҙөмтәләре буйынса ҡуйылған.

Башлана 15.00 сәғәттә

Инеү өсөн алдан теркәлеү мотлаҡ https://forms.gle/vASFvWwbz8rVSGLh9