М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры театр белгесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тамара Петровна Абросимованың арабыҙҙан китеү сәбәпле, ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерә.

Тамара Петровна сағыу, бай тормош юлы үтте һәм яҡты эҙ  ҡалдырҙы. Ул 90-сы йылдарҙа Башдрамтеатрында әҙәби бүлек мөдире булып эшләй, гел театр коллективында хаҡлы рәүештә абруй ҡаҙана.

Мәрхүмәнең ғаиләһенең, туғандарының һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ауыр тупрағы еңел булһын.

театр коллективы