Бөгөн «Йөрәк һүҙе. Рәми» шиғриәт бәйгеһенең финалы үтте. Быйыл был конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналғайны. Быйылғы бәйгенең төп призын, ә ул 500 мең һумлыҡ аҡсалата премия, беҙҙең театрыбыҙҙың артисы, Ш.Бабич исемендәге Йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Рәми Ғарипов премияһы лауреаты АРТУР КӘБИРОВ яуланы.  Ул Рәми Йәғәфәр улының «Табыныу» поэмаһын уҡыны.

Артур Кәбировтың лайыҡлы еңеүенә ихлас ҡыуанабыҙ һәм киләсәктә лә яңы ижади бейеклектәр теләйбеҙ!

Leave a Reply