ӨФӨЛӘ «AРTылышFEST» ФЕСТИВАЛЕ БАШЛАНДЫ

ӨФӨЛӘ «AРTылышFEST» ФЕСТИВАЛЕ БАШЛАНДЫ

Кисә, 20 мартта, Өфөлә «AРTылышFEST» республика театр фестивале башланды. Ижади форум М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында асылды. Фестиваль тамашасыһына театрҙа уйналған иң сағыу спектаклдәрҙең береһе – «Башҡорт туйы»нан өҙөк күрһәтелде. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 27 мартта фестиваль сиктәрендә беҙҙең М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры “Балам” (В.Емелёва, реж. И.Мухутдинов) спектаклен күрһәтәсәк.

Бик көтөп алған, ҡәҙерләп кенә тапҡан балаңа ҡапыл «аутизм» диагнозы ҡуйһындар әле… Был миҙгелде ата-әсәләр нисек кисерә икән? Аяҙ көндә йәшен һуҡҡан һымаҡтыр… Киләсәк өсөн ҡурҡыу, асыуланыу, үҙеңде ғәйепләү… – ниндәй генә уй-хәсрәттәр баҫмай уларҙы.

Беҙҙең геройҙар ҙа күңел тороштарын аҙмы-күпме яйға һалып, «үҙенсәлекле» бала менән бергә яңы тормошты ҡабул итеп, рух күтәренкеһен тапҡан көслө изге кешеләр. Сөнки уларҙың башҡаса тормошо юҡ һәм булмай ҙа. Яҙмыштарына яҙған бәләһен улар оло мөхәббәт, йөрәк йылыһы, өмөт хыялдары, ата-әсәлек хисе менән өҙөлөп яратҡан балаһына әйләндерә.

—————————————–

Программала Башҡортостандың төп театр коллективтарының иң яҡшы постановкалары тәҡдим ителгән. Форумда Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы ҡалаларынан 12 профессиональ театр ҡатнаша. Ете фестиваль көнө буйына Өфөнөң төп мәҙәни майҙансыҡтарында төрлө аудиторияға – балаларға, йәштәргә, өлкәндәргә иҫәпләнгән 13 спектакль күрһәтелә. Форум барышында «Башҡортостан театрҙары: үҫеш юлдары» түңәрәк өҫтәле ойоштороласаҡ.

Республика театр фестиваленең программаһы төрлө сюжеттар, геройҙар һәм жанрҙар тәҡдим итә. Социаль драма, эксперименталь постановка, балет, «утлы комеди», балалар әкиәте, хикәйә-терапия, мелодрама, заман һәм кешеләр тураһында хикәйә – һәр тамашасы күңеленә хуш килгән спектакль таба ала.