ГӨЛЛИ МӨБӘРӘКОВАҒА МЕМОРИАЛЬ ТАҠТАТАШ АСЫЛАСАҠ

ГӨЛЛИ МӨБӘРӘКОВАҒА МЕМОРИАЛЬ ТАҠТАТАШ АСЫЛАСАҠ

2022 йылдың 9 сентябрендә 12.00 сәғәттә СССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты,  Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы, профессор ГӨЛЛИ АРЫҪЛАН ҠЫҘЫ МӨБӘРӘКОВАҒА (1936 – 2019) Өфө ҡалаһы, Энгельс урамының 5 йорт адресы буйынса урынлашҡан йорт фасадында мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтәсәк.

_________________________

Белешмә өсөн: Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова 1936 йылдың 9 сентябрендә Өфөлә театр актерҙары ғаиләһендә тыуған (атаһы — СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, әсәһе — РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, шағирә һәм драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәғиҙә Янбулатова).

Буласаҡ актрисаның бала сағы һәм үҫмер йылдары театрҙа үтә. Урта мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһе бигүк риза булмаһа ла, Мәскәүҙәге А.В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтына уҡырға инә. 1959 йылда институттың башҡорт студияһын (О.И. Пыжова һәм Б.В. Бибиков класы) уңышлы тамамлап ҡайтҡас, үҙенең ярты быуатҡа һуҙыласаҡ ижад юлын М.Ғафури имемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай.

1991—1997 йылдарҙа Гөлли Мөбәрәкова Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры вазифаһында, һуңғы көнөнә тиклем ул – театрҙың Художество советы ағзаһы була.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы йәш артистарҙы тәрбиәләүгә күп көс һала, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһында уҡыта, профессор дәрәжәһенә эйә була.

Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Вольтер әҫәре буйынса ҡуйылған «Мөхәммәт» спектаклендә — Пальмира, Максим Горькийҙың «Һуңғылар» әҫәре буйынса спектаклдә —Любовь, Сыңғыҙ Айытматовтың «Әсә-Ер-Әсә» повесы буйынса спектаклдә – Алиман, Илшат Йомағоловтың «Нәркәс»ендә — Зөмрәт, Ғәҙел Ҡотойҙоң «Тапшырылмаған хаттар»ында — Ғәлиә, һәм башҡа образдар башҡарҙы. Һуңғы роле — «Иң бәхетле төн» спектаклендә Эухения (2018й.).

Гөлли Мөбәрәкова Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» спектаклендәге Хафаса роле Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә. «Мостай Кәримдең сәхнә әҫәрҙәрендә Шәфәҡ, Тәңкәбикә («Ай тотолған төндә»), Гөлнәзирә («Салауат»), Агазия («Ташлама утты, Прометей!»), Мәҙинә («Йәйәүле Мәхмүт») ролдәрен уйнау ҙур тәжрибә мәктәбе булды» – тигән фекерҙә була актриса. 1978 йылда Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» нәфис фильмында Тәңкәбикә ролен уйнай.

Уның режиссер эштәре: Илдар Юзеевтың пьесаһы буйынса «Һөйгәнемдең тыуған көнө»комедияһы (1987), Ғәзим Шафиҡов пьесаһы буйынса «Һәҙиә» публицистик очерк нигеҙендә драма-хро ника (1991) һәм З.Биишеваның әҫәре буйынса «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектакле (Р.Сафин инсценировкаһы).