1 июнь театрыбыҙҙа Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған сара үтте. Театр алды майҙаны бәләкәстәрҙең шат тауыштарынан, ҡыҙыҡлы уйындары, оҫталыҡ дәрестәре, дәртле бейеүҙәр һәм йырҙарҙан гөрләп торҙо. Бер бал ла бүләкһеҙ тороп ҡалманы: татлы приздар, сағыу шарҙар, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролатйы башҡарма комитеты эргәһендәге республика ата-әсәләр комиссияһы исеменән рәйес урынбаҫары Айгөл Әнүәр ҡыҙы Атанова бүләк иткән башҡорт телендәге китаптар, милли стилдәге значиоктар бүләк ителде.
Ә һуңынан йәш тамашасыларыбыҙ өсөн «Серле көршәк» (З.Биишева, Д.Ҡәйүмова инсц.) әкиәте күрһәтелде.