“Ҡоҙаса” яңынан сәхнәгә ҡайта

“Ҡоҙаса” яңынан сәхнәгә ҡайта

Тамашасыларҙың яратып ҡараған, театрыбыҙҙың йөҙөҡ ҡашы булған йырлы-бейеүле спектаклдәренең береһе Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” спектакле оҙайлы тәнәфестән һуң яңынан сәхнәгә ҡайта. Артистар хормейстер Әфәрим Аҡсурин менән йырҙарҙы ҡабатлай башланы ла инде. Әйткәндәй, Наза ҡоҙаса ролендә былтыр ғына театрға эшкә килгән йәш актриса Гүзәл Хәсәнова, Басирҙы актер Айнур Ситдиҡов уйнай. Күңелле музыкаль тамашаны яңы ижад миҙгелендә күрергә була.