БАШДРАМДА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ

БАШДРАМДА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ

Йәйҙең беренсе көнө йылы ҡояш менән ҡыуандырһа, ул икеләтә байрамға әйләнә, сөнки ошо көндә Халыҡ-ара балалар көнө билдәләнә.

1 июнь 17.00 сәғәттә театр алды майҙанында кескәй тамашасыларыбыҙға һәм уларҙың ата-әсәләренә ҡыҙыҡлы һәм төрлө-төрлө уйындар тәҡдим итәсәкбеҙ. Был көндө әкиәт геройҙары ҡатнашлығында сәмле ярыштар, ҡыҙыҡлы уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, бейеү флешмобы үткәреләсәк.

Ғөмүмән, театр майҙаны күңелле, шат йырҙар, дәртле бейеүҙәр, тамашасылар араһына сыҡҡан сәхнә геройҙары, театрыбыҙға килгән бик күп ҡунаҡтар менән гөж килеп торасаҡ!

Ә 18:00 сәғәттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры йәш тамашасылар өсөн «Серле көршәк» (З.Биишева әҫәрҙәре буйынса, Д.Ҡәйүмова инсц.) спектаклен уйнаясаҡ.

Рәхим итегеҙ!