Ҡәҙерле дуҫтар!
27 майҙа беҙ үҙебеҙҙең 102-се ижад миҙгелен Зифа Ҡадырова әҫәре буйынса Айрат Абушахманов ҡуйған “Һинһеҙ килгән яҙҙар” спектакленең премьераһы менән яптыҡ.
Ә инде 8 сентябрҙә “Ҡара йөҙҙәр” (М.Ғафури) спектакле менән 103-сө ижад миҙгелен асыу тантанаһында көтөп ҡалабыҙ.
Яңы миҙгелдә театр репертуарында һеҙҙе премьера спектаклдәре, сюрприздар һәм яратҡан актерҙар менән онотолмаҫлыҡ осрашыуҙар көтә! Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!