Бөгөн, йәғни 17 август, театр алды гөрләп торҙо. Йәйге ялдан һуң тәүге эш көнөнә кем ашҡынып сыға? Әлбиттә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы! Ижади коллектив ялдан һуң, тәүге осрашыуға йыйылды. Бер-береһен һағынып өлгөргән артистар кем нисек һәм ҡайҙа ял иткәнен һорашты, тәьҫораттары менән ихлас бүлеште. Ә инде туйғансы фото төшөп алғандан һуң, театрҙың ҙур сәхнәһендә быйылғы миҙгелдең тәүге йыйылышы уҙҙы.
Уҙған театр миҙгеле ваҡиғаларға бай булды. Алдағылары ла бик сағыу булырға вәғәҙә итә. Артистарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе театр директоры Иршат Фәйзуллин һәм баш режиссер Айрат Абушахманов сәләмләне. Театр директоры Иршат Фәйзуллин яңы ижад миҙгеленең пландары, үтәсәк ҙур гастролдәре тураһында һөйләне. «Быйылғы ярты йыллыҡтың пландарын үтәнек, алдағыһын да матур итеп үтергә яҙһын», – тине. Быйылғы миҙгелдә Ырымбур, Силәбе өлкәләренә, Ҡаҙанға гастролдәр көтөлә. Ноябрҙә үҙебеҙҙең сәхнәлә Камал театрын ҡабул итәбеҙ, тине Иршат Ишбулат улы. Баш режиссер Айрат Абушахманов төрлө сараларҙы үткәреү өсөн әҙерлектәр барыуы тураһында бәйән итте: алда – премьералар, юбилей кисәләре һәм башҡа матур сағыу саралар… Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артистары, С.Юлаев Дәүләт премияһы лауреаттары Фидан Ғафаров һәм Нурия Ирсаеваның юбилей кисәләре көтөлә. Бөгөн үк режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев Хәбибулла Ибраһимовтың “Еҙнәкәй” спектален әҙерләй башланы. Шулай уҡ тағы премьера көтөлә, ул да булһа Кәрим Хәкимов хаҡында “Ҡыҙыл Паша” спектаклен Айрат Әхтәм улы үҙе сәхнәгә сығара. Йәш артистар менән режиссер Рима Харисова вербатим жанрында яңы спектакль ҡуйыр. Оҙаҡламай репетициялар һәм тренингтар башланасаҡ.
Яңы миҙгелде тантаналы асыу алдынан беҙ театрҙы һағынған тамашасыларға сентябрҙә үк ишектәрҙе асабыҙ. Көҙҙәң тәүге айында күрһәтеләсәк матур тамашаларға билеттарҙы алдан хәстәрләп ҡуйырға онотмағыҙ.
Белешмәләр өсөн телефон: (347)272-35-33
Билеттарҙы шулай уҡ театрҙың сайтында онлайн алырға мөмкин https://bashdram.ru/afisha/
