Фидан Ғафаров юбилейына саҡыра

Фидан Ғафаров юбилейына саҡыра

14 октябрь М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы Фидан Ғафаровтың юбилей бенефисы үтә. Актер уны тамашасының иң яратҡан спектакле – “Бәхет хаҡы” музыкаль мелодрамаһы менән үткәрә.

Билеттар һатыуҙа, уларҙы театр кассаһында һәм сайтында онлайн алырға мөмкин.

Пушкин картаһы менән дә алып була.