16 июндә был миҙгелдә һуңғы тапҡыр уйналасаҡ Зифа Ҡадырова романы буйынса “һинһеҙ килгән яҙҙар” спектакленә ҡарарға саҡырабыҙ.

Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Айрат Абушахманов, рәссамы – Альберт Нестеров, композиторы – Рәмис Хәкимов, инсценировка авторҙары – Айрат Абушахманов һәм Динара Ҡәйүмова.

Был роман мөхәббәт тураһында, ҡатын һәм ир араһындағы мөнәсәбәт тураһында. Ике ҡатын, ике яҙмыш. Һәр ҡайһыһы иренең хыянаты тураһында белгәнгә тиклем үҙен бәхетле тип йәшәй. Алһыу иренең хыянатына үҙе шаһит булһа, ә Фирая тормош иптәшенең хыянаты тураһында ул үлеп киткәс кенә белә. Ике ҡатын бер-береһенә терәк-таяныс булып, яҙмыш һынауҙарын үтә, яңынан йәшәргә өйрәнә.

Уйланылмаған бер аҙым, дыуамаллыҡ кеше тормоштарын селпәрәмә килтерә, ғаилә драмаһына илтә. Әммә ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр. Хыянатты аңлап һәм уны ҡылған яҡын кешеңде ғәфү итеп буламы? Был хәлгә кем ғәйепле? Үкенеүҙәр һуңлап килә: тормошта иң ҡәҙерлеһе – ғаилә, бер-береңде ихтирам итеп, тоғро булып йәшәү икән.

Спектаклдә “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн” номинацияһында Фирая роле өсөн Римма Ҡаһарманова, Алһыу роле өсөн Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, “Иң яҡшы ир-егет роле өсөн” номинацияһында Фәрхәд роле өсөн Юнир Ҡоланбаев, “Иң яҡшы икенсе пландағы ир-егет роле өсөн” номинацияһында Илшат роле өсөн Айсыуаҡ Йомағолов, “Иң яҡшы эпизодик роль өсөн” номинацияһында Психолог роле өсөн Урал Әминов, Сәхап роле Азат Вәлитов, “Төклө аяғың менән” номинацияһында Зәкиә роле өсөн Лилиә Сәғитова, Ҡарт роле өсөн Айнур Ғәбитов, Ләйсән роле өсөн Илүзә Итекәйева, Янғын роле өсөн Таң Хөсәйенов һәм “Сәмле ҡараш” номинацияһында Зәлиә роле өсөн Гүзәл Хәсәнова еңеү яуланылар.

Башлана: 19:00 сәғ.

Рәхим итегеҙ!

Leave a Reply