Тиҙҙән – йәйге премьера!

Тиҙҙән – йәйге премьера!

23 июнь М.Ғафури  исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә тағы ла бер матур премьера –  Фәтхи Бурнаш пьесаһы буйынса “Йәш йөрәктәр” спектакле күрһәтелә

 Ҡуйыусы режиссеры – Фирғәт Ғарипов, БР атҡаҙанған артисы 

Ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов

Композитор – Нур Дауытов, РФ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев исем. Дәүләт премияһы лауреаты

Хореограф – Сулпан Асҡарова,  БР атҡаҙанған артисы 

Адаптация авторы, консультант – Зөһрә Бураҡаева, Ш.Бабич исем. Йәштәр республика дәүләт премияһы лауреты

Вокал – Нурия Мортазина,  БР атҡаҙанған артисы 

Оркестр етәксеһе  – Урал Иҙелбаев,  РБ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исем. Йәштәр республика дәүләт премияһы лауреты

Ауыл ҡыҙҙары аулаҡҡа йыйылған. Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ, йөрәктәрҙең дәртле сағы… Бер-береһен оялып ҡына күҙләй, ғашиҡ булалар һәм бөрөләнеп килгән хистәрен сайпылдырмай һаҡлай ауыл йәштәре. Улар араһында һылыу Сәрби һәм сая егет Хәйретдин дә бар. Йәштәрҙең – илһамлы, дәртле йәш йөрәктәрҙең – хыялдар тулы тормошона һуғыш килеп инә: егеттәр фронтҡа алына, ҡыҙҙар йәрәшкән батырҙарын көтөп алырға вәғәҙә итәләр…

Сәхнәләге ваҡиғалар халыҡ ижады өлгөләре: милли уйындар, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, бейеүҙәр менән үрелеп бара. Музыкаль спектаклдең нигеҙендә – композитор Нур Дауытов ижад иткән халыҡсан йыр-көйҙәр, уларҙы театр оркестры башҡара.

Видеола репетициянан күренештәр: