ҠАРА ЙӨҘҘӘР

Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ҡуйылды  «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премия – фестиваленең  «Бәләкәй формалағы иң яҡшы спектакль»,  «Иң яҡшы режиссер эше» (А.Абушахманов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Г.Ҡаҙаҡбаева), «Иң яҡшы сценография» (А.Нестеров) номинацияларында ҡатнашыусы,  «Костюмдар  буйынса иң яҡшы рәссам эше» (А.Нестеров) номинацияһында еңеүсе, 2016 йыл. «Нәүрүз» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыусы, Ҡазан, 2014. […]

РУДИ – NEVER OFF…

Үҙәк Азия илдәренең  V Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашыусы (Аҡтау, Ҡаҙағстан), 2013 й. «Легендар шәхес», «ғауға кеше»… Яҡташыбыҙ, бөйөк балет бейеүсеһе Рудольф Нуриев тыуған илендә үҙ юлын таба алмай, сит илдә ҡалырға ҡарар итә, әллә күпме балет мәктәптәрендә үҙен һынап ҡараһа ла, рус балетына тоғро ҡала. Исеме бар донъяға билдәле артистың бер хәрәкәтенән, бер ҡарашынан ғына […]

ФЕВРАЛЬ. БУРАН…

Был ижади проект 2012 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан сәхнәләштерелде. Шағир Рәми Ғариповтың ҡатмарлы яҙмышы, һоҡланғыс ижады, һүнмәҫ рухы хаҡында был спектакль. Шағирҙың ҡәләмдәш дуҫтары, ижадташтары, яҡын кешеләре − барыһы ла тормоштан алынған. Зөһрә Бураҡаева “Шағир донъяһына сәйәхәт”те Рәми ағайҙың көндәлегенә һәм тарихи документтарға таянып яҙа. […]

АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ

Төрки телле театрҙарының Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивалендә гран-при яулаусы, Өфө, 2012  «Бынан алыҫ йәйләүҙәрҙең береһендә йәшәгән матур, йәш бер килендең ире яуға киткән. Бик һағынған, бик интеккән был башта. Әммә бәреп сыҡҡан шишмә aғыp юлын таба. Юлын тапҡас, юлдашын да таба. Әлеге килен дә күрше йәйләүҙән килеп йөрөгән бер егеткә ғашиҡ була. Көндөҙ ирен уйлай, ә […]

ХЫЯЛЫЙ

Бер мәл төпкөл ауылға эшкә тип доктор ҡыҙ килә. Ҙур йорттарында сөкөрләшеп, икеһе генә торған Ғиззәт ҡарт менән Шәрифә инәй йортона урынлаштыра ҡыҙҙы ауыл администрацияһы. Врач ҡыҙҙың исеме Йондоҙ. Тиҙҙән ҡыҙ юғары маҡсаттары, һылыулығы, маҡтаулы эштәре менән ауыл халҡының ихтирамын яулай. Ә Ғиззәт ҡарт уға һоҡланып бағып, йәшлеген иҫкә төшөрөп, Йондоҙға ғашиҡ була?! Йөрәкһеп, хисләнеп, […]

СЕРЛЕ КӨРШӘК

Батша: «Кем дә кем үҙенең һөнәре менән хайран ҡалдыра, шуға Шангөл ҡыҙымды кейәүгә бирәм», − тигән фарман сығара. Йәмһеҙ, тиҙ ватылыусан көршәктәр эшләгән Язид бәхетле осраҡты ҡулынан ысҡындырырға теләмәй – Сархат эшләгән көршәкте тотоп майҙанға сыға һәм бар халыҡты хайран ҡалдыра. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр. Ә Язидтың ялғанын халыҡ белерме? Инсценировка […]

ҠОҘАСА

«Еңгә, еңгә — еңгә ул, Еңгә һиңә тиң дә ул… Әгәр ҡәҙерен белмәһәң, Еңгә һиңә — ен дә ул!», – шулай йырлап, «ярты еңгә — ҡәйнештеке!», тип, улы Басирға – тол ҡалған оло килене Шәмсиәне димләп, ә үҙе йәш ҡыҙ Назаға өйләнмәксе Яппар ҡарт. Дәлилдәре лә көслө уның: Шәмсиә икенсе иргә китһә, Яппарҙың бер атын, […]

ИРШАТ ФӘЙЗУЛЛИН РӘСӘЙ МИЛЛИ ТЕАТРҘАР АССОЦИАЦИЯҺЫ СОВЕТЫ СОСТАВЫНА ҺАЙЛАНДЫ

Карелия Республикаһында Рәсәй милли театрҙар Ассоциацияһының ойоштороу конференцияһы бара. Башҡортостан Республикаһынан делегация составына беҙҙең театр директоры Иршат Ишбулат улы Фәйзуллин да инде. Конференцияла Рәсәйҙәге милли театрҙарҙың торошоноң актуаль мәсьәләләре, шулай уҡ заманса мәғлүмәт киңлегендә театрҙың позициялары тураһында фекер алыштылар. Ҡыуаныслы яңылыҡ хәбәр итәбеҙ, Иршат Ишбулат улы Рәсәй Федерацияһының милли театрҙар Ассоциацияһы советы составына һайланды. – […]

АЗАТ ВӘЛИТОВҠА Ш.БАБИЧ ИСЕМЕНДӘГЕ ДӘҮЛӘТ ПРЕМИЯҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов 2019-2020 йылдар өсөн Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының актеры Азат Вәлитов Игнатов — «Зөләйха күҙҙәрен аса» (Г.Яхина романы буйынса, Я.Пулинович инсц.), Прометей — «Прометей» (М.Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» пьесаһы буйынса) […]

2021 ЙЫЛДЫ ОҘАТЫП…

Яңы йылға тиклем бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Әле уҙып барған йылдың иң сағыу ваҡиғаларын һәм үҙебеҙҙең уңыштарыбыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙҙы иҫкә алып, йомғаҡ яһарға иң яҡшы миҙгелдер. Башланыҡ! ПРЕМЬЕРАЛАР: 5 премьера спектакле сығарылды: М.Рощин пьесаһы буйынса «Йәш ғаилә фатир эҙләй» комедияһы (режиссеры И.Ҡаҙаҡбаев), И.Йомағоловтың «Амур тарихы» пьесаһы буйынса «Мөхәббәт ҡоштары» музыкаль комедияһы (режиссеры Ф.Ғарипов), В.Емелёва пьесаһы […]

РИФ ТОЙҒОН ИҪТӘЛЕГЕНӘ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры музейында билдәле шағир һәм прозаик, публицист, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Риф Ғәлим улы Тойғоновтың тормошона һәм ижадына арналған “Үҙ заманының улы” исемле экспозиция асылды (Р.Тойғон; 1946-2014). Р.Тойғон Башҡортостандың әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, яҙыусылыҡ йәмғиәте үҫешенә һәм нығыныуына ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Ул “Ҡул йылыһы”, “Тәҙрәмдәге ут”, “Күңел сыуалышы”, “Ғүмер мәлдәре” […]

МАҠТАУЛЫ ИСЕМ МЕНӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Бөгөн, 23 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий  Хәбиров республиканың мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Беҙҙең театр актрисаһы – Гөлнара Ҡаҙаҡбаева «БАШҠОРТОСТАНДЫҢ АТҠАҘАНҒАН АРТИСЫ» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Маҡтаулы исем ҡотло, шатлыҡтар уртаҡ булһын! Киләсәктә лә Һеҙгә яңынан-яңы ижади үрҙәр, дәртле, илһамлы тормош, сәләмәтлек һәм аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!

ПРЕМЬЕРА МЕНӘН, ДУҪТАР!

Бөгөн, 10 декабрҙә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә Алексей Дударев пьесаһы буйынса «ЭҢЕР ТӨШКӘС» спектакленең премьераһы уҙҙы. Спектаклдең режиссеры Олег Ханов үҙе лә был спектаклдә уйнай, һәм ул Вәсил ролен башҡара. Кәримә ролендә Илсөйәр Ғәзетдинова, Гастрит — Әхәт Хөсәйенов һәм Вәсилдең улы Илгизәр — Артур Кәбиров. Ижади төркөмдә ҡуйыусы рәссам — Альберт […]

ТУҒАН ТЕЛ ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА

Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бирелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты сиктәрендә бер төркөм ижадсылар ҡыҫҡа видеояҙмалар өҫтөндә эшләне. Проект Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ярҙамында тормошҡа ашырылды, авторҙары – Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, “Сируси”, “Кластан тыш дәрес”, “Өс хат” исемле киң танылған фильмдар режиссеры Руслан Юлтаев һәм […]

ӘХӘТ ХӨСӘЙЕНОВҠА – 75!

4 декабрьҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйеновты 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлауҙар үтте. Актерҙы ҡотларға почетлы ҡунаҡтар килде. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова актерға Салауат Юлаев ордены бүләк итте. “Һеҙ – башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткән абруйлы театр әһеле. Бар ғүмерегеҙҙе, ижадығыҙҙы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт […]

ПРЕМЬЕРА МЕНӘН!

Бөгөн беҙҙең театрҙа тағы ла бер матур сәхнә әҫәре тыуҙы. Виктория Емелеваның “РАС-сказы” пьесаһы буйынса “БАЛАМ” социаль спектакле. Был спектакль шул тиклем дә мөһим теманы ҡуҙғата – аутист балаларҙың ата-әсәләренең уй-кисерештәрен, уларҙың йәшәйешен, күңел торошон күрһәтә. Спекакль геройҙары Өфө, Мәскәү, Ҡаҙағстан, Шотландияла йәшәй, һәм уларҙың барыһын да үҙ балаһына – бауыр итенә булған сикһеҙ мөхәббәт […]

ОЛЕГ ХАНОВТЫҢ ЮБИЛЕЙ БЕНЕФИСЫ!

Кисә, 26 ноябрҙә, М.Ғафури исем. Башҡорт академия драма театрының Ҙур сәхнәһендә театрыбыҙҙың алдынғы актерҙарының береһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исем. дәүләт, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт, К.С.Станиславский исем. Халыҡ-ара премиялар лауреаты Олег Ханов үҙенең юбилей бенефисын билдәләп үтте. Был көндө юбиляр адресына бик күп матур теләктәр һәм йылы һүҙҙәр әйтелде. Ә инде көндөҙ […]

«БАЛАМ» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ПРЕМЬЕРАҺЫНА АРНАЛҒАН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ ҮТТЕ

Бөгөн, 16 ноябрҙә, театрҙа «БАЛАМ» спектакленең премьераһына арналған пресс-конференция үтте. Унда театр директоры Иршат Фәйзуллин, спектаклдең режиссеры Илшат Мөхөтдинов, пьесаның авторы Виктория Емелева, Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлнара һәм Алмас Әмировтар, хореограф, пластика буйынса режиссер Алина Мустаева ҡатнаштылар.Режиссер Илшат Мөхөтдинов ҡуйылышындағы Виктория Емелеваның «РАС-сказы» исемле документаль пьесаһы — аутистик спектры боҙолған балаларҙың ата-әсәләренең был хәлде ҡабул […]

МИРАЛИКУНДИЯ. СЕРЛЕ ГИППОПОТАМ

Берҙән-бер көндө матур ҙа, сос та Арыҫлан үҙенең ысын дуҫы юҡлығын аңлай. Эргәһендә йөрөгән йыуан һәм килбәтһеҙ Бегемоттың ысын дуҫ булыуы мөмкин түгел дә инде! Ысын дуҫ булырға тик серле гипоппотам ғына хаҡлы! Һәм беҙҙең Арыҫлан бәләкәй Бегемот менән бергә Мираликундия тигән мөғжизәле ил буйлап ысын дуҫ эҙләргә сығып китә. Күп төрлө һынауҙыр аша үтергә […]