«БАЛАМ» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ПРЕМЬЕРАҺЫНА АРНАЛҒАН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ ҮТТЕ

«БАЛАМ» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ПРЕМЬЕРАҺЫНА АРНАЛҒАН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯ ҮТТЕ

Бөгөн, 16 ноябрҙә, театрҙа «БАЛАМ» спектакленең премьераһына арналған пресс-конференция үтте.
Унда театр директоры Иршат Фәйзуллин, спектаклдең режиссеры Илшат Мөхөтдинов, пьесаның авторы Виктория Емелева, Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлнара һәм Алмас Әмировтар, хореограф, пластика буйынса режиссер Алина Мустаева ҡатнаштылар.Режиссер Илшат Мөхөтдинов ҡуйылышындағы Виктория Емелеваның «РАС-сказы» исемле документаль пьесаһы — аутистик спектры боҙолған балаларҙың ата-әсәләренең был хәлде ҡабул итеү тәжрибәһе тураһында. Пьеса «Любимовка» драматургия фестиваль-конкурсында ҡатнашып, фестивалдең шорт-лисына ингән. Мәскәүҙә әлеге фестиваль сиктәрендә был пьесаның читкаһы үткән. Башҡорт театрының сәхнә версияһы өсөн Виктория Емелева өҫтәмә рәүештә «донорҙар» — аутист балалары булған башҡорт ғаиләләре менән аралашҡан.
❗Яңы социаль проекттың премьераһы 2 һәм 3 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә уҙасаҡ.
Премьера тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр бөгөнгө конференцияла ҡатнашҡан журналистар яҙмаһында сығасаҡ, беҙҙең яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ.