РӨСТӘМДЕҢ СЕРЕ

Әҫәрҙә ваҡиғалар 1941-се йылда бара. Рөстәм исемле үҫмер малай һуғышҡа барып, совет һалдаттарына ярҙам итергә, дошмандарҙы юҡ итергә хыяллана, әммә билдәле – балалаларҙы фронтҡа алмайҙар. Тап шул ваҡыт уға өлөсәһе тылсымлы абаға сәскәһе тураһында һөйләй – йәнәһе лә, уның сәскәһен ашаған кеше күҙгә күренмәҫ йәнгә әйләнеп, сихри көскә эйә була. Әммә абаға яҙ көнө, төн […]

ҺАУАНАН ЕРГӘ ТИКЛЕМ

Baby-театр балалар өсөн классик театрҙан айырылып тора. Залда иң бәләкәс тамашасылар ҙа үҙҙәрен уңайлы тоя: ҙурлығына, йомшаҡ булыуына, ҡатылығына ҡарап ултырғысты үҙе һайлай, ятып ҡарарға ла мөмкин. Бында сәхнә лә, тамаша залы ла юҡ, декорациялар балалар эргәһендә генә урынлашҡан. Бындай урында бәләкәй тамашасылар үҙҙәрен өйҙә тип хис итә ала. Иң мөһиме − уларға күңелле, бер […]

ЭСКӘМЙӘ

Осрашыуҙар осраҡлы буламы икән? Әллә улар алдан билдәләнеп ҡуйылғанмы? Паркта ир менән ҡатын осраша, улар икеһе лә яңғыҙ, ләкин уларҙың һөйләшеүҙәре дәғүәләр һәм үпкәләүҙәрҙән ғибәрәт. Кем һуң улар бер-береһе өсөн? Уларҙың бәхәстәрендә — үткәндәрҙән ҡалған үпкәләүҙәр һәм үкенестәр. Улар ялған һәм яһалмалылыҡтан ҡотолоп, бөрөләнеп килгән хистәрҙе тоя алырҙармы? Әллә уларҙың осрашыуы ни бары «парктағы  эскәмйәләге […]

ҠЫҘ УРЛАУ

«Мөхәббәт ебегәндәр өлөшө түгел, ул – көслөләр өлөшө. Уны көтөп тормайҙар, яулап алалар» – тигән Мостай Кәрим. Йәмилә исемле һылыуға ике йыл буйы ике егет ғишыҡ тотоп йөрөйҙәр, «Һайлармын береһен, күрһәтһә егетлеген» – тип ҡыҙ һис тә ашыҡмай. Мөхәббәттән башы әйләнгән Ҡотлоәхмәт ҡыҙҙы урларға ҡарар итә. Урлауын урлай ҙа, әммә… һөйгәне был «егетлекте» нисек баһалар икән? […]

БОМБА

— “Иғтибар, хәүеф янай! Тиҙ арала йорттан сығыуығыҙ һорала! Был яңылыҡ йәшен тиҙлегендә тарала һәм иҫке, онотолған ҡала ихатаһы ваҡиғалар үҙәгенә әйләнә — әйтерһең, бөтә ер шары ошо йорт тирәләй әйләнә башлай. Бомба – ошо йортта йәшәүселәр өсөн ҡайғылы хәбәрме, әллә… яңы тормошҡа өмөт микән?! Салауат Әбүзәр пьесаһы буйынса    Ҡуйыусы режиссер – Фирғәт Ғарипов, Башҡортостандың […]

СЫҢҒЫҘХАНДЫҢ АҠ БОЛОТО

Көнбайышты яулап алырға барғанда Сыңғыҙхан үҙ халыҡ-ғәскәрен Азияның Бөйөк киңлектәре аша алып барған. Оҙон юл буйына Сыңғыҙхандың баш осонда, уны ҡояш эҫеһенән һаҡлап, болот йөҙөп бара. Ул ҡайҙа — болот та шунда. Аҡ болоттоң пәйҙә булырын Сыңғыҙхандың үҙенә яҡын килергә рөхсәт алған бер сәйер юлсы әйтеп бирә: “…болот юҡҡа сыҡһа, һин дә көс-дарманыңды юғалтаһың…”. Сыңғыҙхан, […]

МИН — МАРАТ

1980-се йылдар. Телевизорҙа – Брежнев, илдә – торғонлоҡ. «Ғаилә – йәмғиәт нигеҙе». Төп герой Марат – ябай совет табибы, намыҫлы эшләй, төнгө дежурстволар ала, тәртипле ғаилә башлығы һәм яҡшы атай, уның ҡатыны – уҡытыусы. Көн һайын бер үк хәл: өй-эш, эш-өй. Барыһы ла шулай барырға тейеш һымаҡ, әммә бер көн уның күнегелгән тормошона мөхәббәт килеп […]

УРАЛ БАТЫР

«УРАЛ БАТЫР» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк хазинаһы һәм рухи ҡомартҡыһы. Быуындан-быуынға күсә килгән был ҡобайыр, үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле ошо жанрҙағы башҡа әҫәрҙәр менән бер кимәлдә тора. Спектаклдә Үлемһеҙлек темаһы төп урында, ул башҡа мөһим темалар – Йәшәү һәм Үлем, Изгелек һәм Яуызлыҡ, Хакимлыҡ һәм Халыҡ темалары менән үрелеп […]

ПРОМЕТЕЙ

Спектакль Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы гранты ярҙамында ҡуйылды «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы — «Ай тотолған төндә», «Салауат» трагедиялары менән берлектәге трилогияның аҙаҡҡы әҫәре. Уларҙы бер идея берләштерә — кешенең азат ителеүе, рухи иреклек алыуы. Тик азатлыҡтың хаҡы ла, баһаһы ла юғары, ул ҡорбан талап итә: алмашына үҙ иркеңде, дәрәжәңде, бәхетеңде бирергә тура килә. М.Кәримдең “Ташлама […]

БАЛЛЫ, ТИРӘКЛЕ БАЛТИРӘК

…Ауыл юл уртаһында түгел, йылғаның арғы яғында ултыра. Бында бөтә нәмә бар – мәктәп тә, ауыл мәҙәниәт йорто ла, ферма ла, ике тиҫтә йорттар теҙелгән, ә бына кешеләр аҙ. Ултырған урыны – шәп! Ҡаланыҡылар арыған саҡтарында «Эх, бына ауылға һыпыртырға ине. Унда тәбиғәт ҡосағында рәхәт, тыныс» — тип әйтеп ҡуйған ваҡытта, улар тап ошо Балтирәк […]

ЭҘЛӘНЕМ, БӘҒЕРЕМ, ҺИНЕ…

Эҙләнем, бәғерем, һине Йылдар буйы тилмереп Туймаҫ, ахры, мәңге туймаҫ Күҙҙәрем һине күреп. Бында һөйләгәндәрҙең барыһы ла тәүге минуттан йөрәккә уҡ булып ҡаҙала. Был – ир менән ҡатын мөнәсәбәте тураһында ғына ябай хикәйә түгел, был – бер-беребеҙгә ҡарата бәғерһеҙлек, һәр беребеҙҙең үҙәккә үтерлек яңғыҙлығы хаҡында. Ул тағы ла (ә бәлки, тәү сиратта) шул күңел яраларын […]

MOUSE STORY (ӘКИӘТ)

һоро сысҡандар ғаиләһе «Гәлсәр сыр» призын алыр өсөн «Евромаус» конкурсында ҡатнашырға йыйына. «Әгәр ҙә беҙ конкурста еңһәк, бөтәһе лә беҙҙең менән сэлфи эшләйәсәк!.. Һәм беҙ киң танылыу яулаясаҡбыҙ!» — тип хыялланалар икән, ти былар. Тырышып көнө-төнө барабандарҙа һуғалар, репетиция яһайҙар икән. Тик, бер көн уларҙың йортона икенсе — ап-аҡ сысҡан ғаиләһе килеп инә. Аҡ сысҡандарҙың […]

ЗӨЛӘЙХА КҮҘҘӘРЕН АСА

XIX Халыҡ-ара Волков фестивалендә ҡатнашыусы (Ярославль-2018 йыл) «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премия – фестиваленең «Иң яҡшы ҙур формалы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» (Айрат Абушахманов), «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» (Римма Ҡаһарманова), «Иң яҡшы рәссам эше» һәм «Иң яҡшы костюм буйынса рәссам эше» (Альберт Нестеров), «Иң яҡшы яҡтыртыу буйынса рәссам эше» (Илшат Саяхов) номинацияларында ҡатнашыусы. «Алтын […]

ҺӨЙӘҺЕҢМЕ — ҺӨЙМӘЙҺЕҢМЕ…

Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр. Барҙыр. Бар ул. Мөхәббәт — ул үҙе әжәл, үҙе дарыу. Р.Сафин Көтмәгәндә-уйламағанда Абдулланың төшөнә Әжәл кереп ҡурҡыта. Күргәндәрен түкмәй-сәсмәй Фатимаһына һөйләй ҡарт. Әгәр ҙә ғүмерен оҙайтҡыһы килһә, өс сәғәт эсендә берәй сауаплы эш ҡылырға тәҡдим итә Әжәл уға. Ҡарттар баш ватып сауаплы эш эҙләй. Уйламаған нәмә ҡалмай: хатта бала тыуҙырырға ла […]

ДИҢГЕҘ. УТРАУ. ХАЗИНА

Балалар өсөн һәр яңы спектакль үҙе бер тулҡынландырғыс ваҡиға. Сөнки был эшкә ҡуйыусы төркөм дә, ролдәрҙе башҡарыусылар ҙа ҙур ихласлыҡ, күңел йылылғы менән алына һәм балаларса мауығып, етди эшләй. Был күренеш — «балаларға тәғәйен спектаклде өлкәндәргә ҡуйған кеүек, тик саҡ ҡына оҫтараҡ эшләргә кәрәк», тигәндәге осраҡ. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың Рәсәйҙә билдәле автор Дамир Сәлимйәновтың «Көләс […]

УЛ БИТ КИСӘ ИНЕ

Пьесаның төп геройҙары Диләрә менән Әсхәт яңғыҙлыҡтан ялҡып, тормоштарын нисек тә үҙгәртергә, үҙ парҙарын яңынан табырға өмөтләнгән 40 йәштәрҙәге ҡатын һәм ир. Яҙмыштарын өр – яңынан яҙырға, мөхәббәтле, пар ҡанатлы тормош ҡорорға тигән хыял ярты секунд та ташламай уларҙы. Хәйер, уларҙы ғына микән. Аҫҡы ҡатта йәшәгән, үҙем тоттом, тип көн һайын берәүҙән алып, унан булмаһа […]

ХЫЯЛҒА ҠАРШЫ

Бүрәт Республикаһында уҙғарылған «Алтан сэргэ» Халыҡ – ара театр фестивалендә ике махсус премия яуланы: «Иң яҡшы актер ансамбле» һәм «Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм яңы театр телен эҙләүе өсөн», 2016 йыл «Коляда-рlays» заман драматургияһы Халыҡ-ара театр фестивалендә «Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһында билдәләнде, Екатеринбург, 2017 Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» әҫәре буйынса 2016 йылда «Хыялға ҡаршы» спектаклен […]

ДЖУТ (ҺУҢҒЫ ЙӘЙЛӘҮ)

«Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театраль премияһының «Маска плюс» программаһына инде, 2016 йыл «Театр кешеһе» Халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты (Силәбе ҡалаһы), 2016 йыл    руссанан Хөрмәтулла Үтәшев тәржемәһе «Бер кешенең үлеме – фажиғә, миллиондарса халыҡтың һәләкәте – статистика» Эрих Мария Ремарк «Ҡара обелиск». «Мин етдимен. Мин дан — шөһрәт ҡаҙаныр, йә ҡоро фекер еткерер өсөн түгел, […]

ЙҮГЕР, ХАРИС, ЙҮГЕР…

Бер саҡ Харис ҡатыны менән телевизор ҡарап ултыра, ә башында бер генә уй: нисек яйын табып, иртәнсәк һөйәркәһе янына инеп сығарға? Шул ваҡытта, йүгереүҙең файҙаһы тураһында аҡыл һаталар телевизорҙа. «Мин дә йүгерә башлайым», — ти ул эргәһендә ултырған ҡатынына. Күптән кәрәк ине, ти уныһы ла, мисәт баҫып. Үҙҙәренең йортонда йәшәүсе берәүҙең, йүгерә башлағас, тәмәкеһен ташлағанын […]

ИТЕКЛЕ БЕСӘЙ

Бала саҡтан уҡ барыбыҙға ла таныш, аҡыллы һәм изгелекле, ҡыйыу һәм хәйләкәр, ҡыҙыл итектәр кейгән бесәй тураһындағы әкиәт М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә тәү тапҡыр ҡуйыла. Нимә хаҡында һуң был нисәмә быуынды тәрбиәләгән, уйландырған, дәртләндергән, үлемһеҙ әҫәр? Саҡ ҡына пьесалағы ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрәйек: ағаларының береһенә тирмән, икенсеһенә — ишәк, ә кинйә малайға […]